Өфөлә саңғы карнавалы үтте

Өфөлә саңғы карнавалы үтте https://bash.news/news/113527_fl_say_karnavaly_tte/?lang=bash
08 ғин 2020, 02:43

Өс йөҙҙән ашыу кеше Мәжит Ғафури исемендәге паркҡа йыйылып, ҡышҡы спорт төрөнә һөйөүен белдерҙе. Сағыу костюмдарҙағы ҡала халҡы менән БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.

Анастасия менән Владислав Литвинчуктар ғаиләһе саңғы карнавалына иң сағыу костюмдарҙа килә. Яңы йылда тәүге еңеү яулана. Шулай ҙа был уңыштың яртыһы ғына. Сарала ҡатнашыусылар биш йөҙ метр, йә ике саҡрым арауыҡты ярышып үтергә тейеш. Старт һыҙығына тәүгеләрҙән булып

Ҡыйыуҙар һәм ныҡышмалдар өсөн ҡаршылыҡтар юҡ. Өфө үҙәгендә ойошторолған ярыш сәләмәт тормош яҡлы өс йөҙҙән ашыу кешене берләштерҙе.

Саңғы карнавалына тотош ғаиләләре менән килеүселәр күп булды. Ата-әсәләр үҙ миҫалында балаларында ҡышҡы спорт төрҙәренә һөйөү тәрбиәләй.

Ҡатнашыусыларҙа еңеүгә ынтылыш ни тиклем генә көслө булмаһын, ярыш майҙанында дуҫтарса атмосфера хакимлыҡ итте.

Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар йәш арауығы буйынса айырым бүләкләнә. Тәүге урын яулаусыларға ошондай ҡар бөртөгөнә оҡшаш миҙалдар әҙерләнгән.

Әкиәт персонаждары булып кейенеп килеүселәргә лә Яңы йыл символикаһы менән тәмле бүләктәр тапшырыла. Шулай уҡ иң йәш һәм өлкән ҡатнашыусылар иғтибарһыҙ ҡалдырылмай. Улар ҙа ойоштороусыларҙан рәхмәт хаттары алды.

Сараны ойоштороусылар спорт һөйөүселәргә әрме бутҡаһы һәм йылы сәй ҙә әҙерләй. Хәрәкәттә – бәрәкәт тиҙәр, өфөләр байрам көнөн файҙалы һәм мауыҡтырғыс үткәрҙе.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфөлә саңғы карнавалы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров