Өфөнөң Октябрь районында унынсы спорт мәктәбе алдында асылды

Өфөнөң Октябрь районында унынсы спорт мәктәбе алдында асылды https://bash.news/news/113550_fn_oktyabr_rajonynda_unynsy_sport_mktbe_aldynda_asyldy/?lang=bash
08 ғин 2020, 22:59

«Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух». Өфөлә 200 ашыу каток һәм боҙ ҡаласыҡтары бар. Унынсы спорт мәктәбен асыуҙа алдында асылды баш ҡаланың төрлө райондарынан 600 малай һәм ҡыҙ ҡатнашты.

Үткән йылдан алып төбәктә федераль «Спорт- йәшәү рәүеше» проект тормошҡа ашырыла. Был проект бөтә балаларға ла күләмле спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бирә. Яңы йылдан республикала спорт һәм ҡышҡы уйындар киң ҡолас менән үткәрелә. Октябрь районында каток асыу тантанаһына килгән үҫмерҙәре, мәктәп уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре алдында билдәле спортсылар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре сығыш яһаны. Йәш спортсыларға һәр кем сәм, сәләмәтлек һәм маҡсатлы булып үҫеүҙәрен теләне.

Яңы асылған катокка ата-әсәләр балаларын да алып килгән. Улар бергәләшеп фигуралы шыуыу оҫталары сығышын, хоккйе уйынын тамаша ҡылды, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу әҙерләгән мул күстәнәстәрҙе менән һыйланды. Сарала ҡатнашыусыларға йыл сәй һәм ҡайнар былау ҙа әҙерләнде. Яңы йыл һыйын сараға килгән һәр кешегә бушлай тәҡдим ителде.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфөнөң Октябрь районында унынсы спорт мәктәбе алдында асылды

БСТ
Новости партнеров