Ҡыш бабай бүләгенә мини-футбол һәм волейбол турниры

Ҡыш бабай бүләгенә мини-футбол һәм волейбол турниры https://bash.news/news/113555_ysh_babaj_blgen_minifutbol_m_volejbol_turniry/?lang=bash
08 ғин 2020, 23:39

Иглин районында балалар һәм үҫмерҙәр командалары араһында ярыштар үтте.

Мини футбол буйынса ҙур турнир Иглин ауылының спорт һәм мәҙәниәт залында үтте. Барлығы ете команда көс һынашты. Тәүгеләрҙән булып бәләкәй йәш төркөмөндәге уҡыусылар майҙанға сыҡты. Улар араһында Өфө районы Дорогин ауылы мәктәбе командаһы ла булды. Күнегелгән спорт залынан ситтә уйнау балалар өсөн ҙур тәжрибә.

Тәүге матч Дорогин уҡыусылары өсөн уңышлы тамамланмаһа ла балаларҙың сәфәрен ойошторған ата-әсәләр кәйефен төшөрмәй. Футбол майҙансығы ауылда яңыраҡ асылған. Шуға ла күнекмәләр ҙә күптән түгел генә үтә башланған. Әммә еңелеүҙе тоймайынса еңеү тәмен белеп булмай тигән фекерҙә тренерҙар.

Үҫмер ҡыҙҙар араһында волейбол турниры Иглиндең 1-се мәктәбе спорт залында ойошторолдо. Турнирҙа барлығы 4 команда ҡатнашты. Иң көсөргәнешле алыш урындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре менән Көҙәй ауылы ҡыҙҙары араһында барҙы.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса волейбол турниры еңеүсеһе исемен спорт мәктәбендә шөғөлләнеүсе Иглин ҡыҙҙары яуланы. Мини футбол буйынса ярышта ла район үҙәгенең «Эдельвейс» командаһы беренсе баҫҡысҡа күтәрелде. Әммә Ҡыш бабайҙың төп бүләге – сәләмәтлек һәм шәп кәйеф ярышта ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә таратылды.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Ҡыш бабай бүләгенә мини-футбол һәм волейбол турниры

БСТ
Новости партнеров