Өфөлә йылына йөҙ троллейбус етештереү күҙаллана

Өфөлә йылына йөҙ троллейбус етештереү күҙаллана https://bash.news/news/113632_fl_jylyna_j_trollejbus_eteshtere_kallana/?lang=bash
10 ғин 2020, 00:48

Баш ҡалала трамвай-троллейбус эшләп сығарыу тураһында проект бөгөн Хөкүмәт йортонда Инвестиция сәғәтендә ҡаралды. Белгестәр билдәләүенсә, был электротранспорт төрө 90 процентҡа сафтан сыҡҡан.

«Нефаз» һәм «Камаз»дан килтереүҙе көтмәйсә, заводтың үҙенең проекты буйынса кузов эшләү ҡарала. Киләсәктә предприятиела яңы трамвай һәм электробустар йыйыу мөмкинлеге лә тикшерелә.

Денис Рассадников, «Өфө трамвай-троллейбус заводы» акционер ойошмаһы генераль директоры: Завод 2015 йылдан бирле эшләй. Дүрт төрлө троллейбус етештерелә. Ҡала урамдарындағы троллейбустар хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәй, шулай уҡ уларҙың тышҡы йөҙөн яңыртыу кәрәк. Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары өсөн яңы троллейбустарҙы рейсҡа сығарыу мөһим проект”.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Өфөлә йылына йөҙ троллейбус етештереү күҙаллана

БСТ
Новости партнеров