Өфөлә 65 йәшлек ир уҙаманы тауҙан шыуғанда һәләк булған

Өфөлә 65 йәшлек ир уҙаманы тауҙан шыуғанда һәләк булған https://bash.news/news/113634_fl_65_jshlek_ir_uamany_tauan_shyuanda_lk_bulan/?lang=bash
10 ғин 2020, 00:50

Каникулды дауаханала. Рөхсәт ителмәгән урындарҙа тау шыуып, ауыр тән йәрәхәттәре алған балалар һаны арта. Шул уҡ ваҡытта өлкәндәр ҙә хәүефһеҙлек талаптарын инҡар итә. Уҙған шишәмбе Өфөнөң «Трамплин» туҡталышы янындағы биләмәлә сираттағы күңелһеҙ осраҡ теркәлә. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Ҡар өҫтөндә ҡыҙыл раузалар. Улар 7 ғинуарҙа теркәлгән бәхетһеҙ осраҡ хаҡында иҫкә төшөрә. 65 йәшлек ир ейәнсәре менән тауҙан тюбингта шыуғанда үҙен насар тоя башлай һәм ҡапыл ағасҡа бәрелә. Һөҙөмтәлә шунда уҡ һәләк була.

Ете йәшлек ҡыҙ мөғжизә менән иҫән ҡала. Йәрәхәттәре ауыр булмай. Дауаханала амбулатор тикшереүҙән һуң өйгә ҡайтарыла. Олатаһының үлем осрағына бәйле тәфтишселәр тикшереү ойошторған.

Евгений Каневский, Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе өлкән ярҙамсыһы: “Тәфтишселәр тарафынан ваҡиға урыны ҡаралды, шаһиттарҙан һорау алына. Ирҙең һәләк булыу сәбәбен асыҡлау маҡсатында суд-медицина экспертизаһы ойошторола. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар сығарыласаҡ”.

Күңелһеҙ осраҡ Өфөнөң Октябрь районында теркәлә. Биләмә спорт мәктәбенә ҡарай һәм саңғысыларға күнекмә яһау өсөн махсуслашҡан. Бында тюбинг һәм санала шыуыу тыйылған. Әммә ҡала халҡы талаптарҙы үҙһенмәй, күрәһең.

Аҡса йәл, биләмәлә сәләмәтлек өсөн ҙур зыян килеү ихтималлығы хаҡында уйланмайҙар ҙа. Өфөнөң йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге, граждандарҙы яҡлау идаралығы, Бөтә Рәсәй халыҡ фронты белгестәре хәүефле һаналған участкаларҙа даими рейдтар ойоштора. Сираттағы профилактик сара барышында ла тиҫтәнән ашыу кешегә иҫкәртеүҙәр яһалды.

Альфред Шәймәрҙәнов, Өфөнөң йәмәғәт күҙәтеүе үҙәге инспекторы: “Беренсенән, был урын тюбингта шыуыуға махсус йыһазландырылмаған. Икенсенән ағастар үҫә, яңылыш хәрәкәт аяныслы тамамланыуы ихтимал. халыҡты иҫкәртәбеҙ, әммә улар һаман да аңлап етмәй, һаман ошондай хәлдәр ҡабатлана”.

Дамир Ғәйнетдинов, Өфөнөң Октябрь районы буйынса граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе: “Тюбингта бигерәк ҡурҡыныс инде, тормозы, рулдәре юҡ, тауҙан юғары тиҙлек йыя. Туҡтатыуы хәүефле, шуның өсөн ағастар, тауҙар араһында һәләк булырға мөмкин”.

Рөхсәт ителмәгән урындарҙа тюбингта шыуып йәрәхәтләнеүселәр көндән-көн арта. Берәүҙәрҙең баш мейеһе һелкенһә, икенселәр аяҡ-ҡулын һындыра. Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһында статитистик күрһәткестәр ҡыуандырмай.

Ринат Хәйруллин, табип-травматолог: “Яңы йыл байрамдарында амбулатор ярҙам алыусы балалар бик күп булды. Утыҙлап бала травматологияға, унауһы нейрохирургия бүлегенә һалынды. Уларҙың күбеһе тау шыуғандан һуң йәрәхәт алған, тюбингта шыуалар. Умыртҡа бағанаһын һындырыусылар ҙа бар”.

Нефтекаманан алты йәшлек Раяз да бәләкәй генә тауҙан шыуып аяғын һындыра. Күңелһеҙ осраҡ декабрь аҙағында теркәлә. Һөҙөмтәлә малай Яңы йылды ла, тыуған көнөн дә дауаханала ҡаршылай.

Әлфиә Солтанова, Раяздың әсәһе: “Илап бөттөк инде, башта реанимацияға эләктек, ныҡ ауыр булды. Тубыҡтан аҫтараҡ ике һөйәге һынған. Вытяжкала ятыу уңайлы булды, операция яһарға кәрәкмәне. Тағы ла ике ай гипста булабыҙ, унан оҙайлы реабилитация көтә”.

Белгестәр шулай уҡ юлда ла иғтибарлыраҡ булырға саҡыра, медицина учреждениеһында авария һөҙөмтәһендә ауыр тән йәрәхәттәре алған кескәй пассажирҙар ҙа дауалау курсы үтә. Әйтәйек, бер пациент хәүефһеҙлек ҡайышын дөрөҫ таҡмай - һөҙөмтәлә ике машина бәрелгәндә умыртҡа бағанаһына бар көсөргәнеш төшә. Ҡыҙҙың теләге бер – тиҙерәк аяҡҡа баҫыу.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфөлә 65 йәшлек ир уҙаманы тауҙан шыуғанда һәләк булған

БСТ
Новости партнеров