Ауыл ерендә йәшәүселәргә юғары сифатлы медицина ярҙамы

Ауыл ерендә йәшәүселәргә юғары сифатлы медицина ярҙамы https://bash.news/news/113636_auyl_erend_jshselrg_yuary_sifatly_medicina_yaramy/?lang=bash
10 ғин 2020, 00:52

Республика етәкселеге ҡуйған төп маҡсаттарҙың береһе Ғафури районында ла әүҙем томошҡа ашырыла. Байымбәт менән Уҫман ауылдарында модулле ФАП-тар асылыу быға асыҡ миҫал булып тора.

190 кеше йәшәгән Байымбәт ауылында ФАП кәрәклеге хаҡында урындағы халыҡ Республика Башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итә. Үтенес шунда уҡ иғтибарға алына һәм Байымбәт ауылында модулле ФАП төҙөлөү мәсьәләһе ыңғай хәл ителә.

Яңы йылдан Байымбәттәр заманса модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктында хеҙмәтләндерелә. Ауылда 70 бала иҫәпләнә, биш сабый бер йәшкә тиклем.

Автор: Гүзәл Борханова.

Ауыл ерендә йәшәүселәргә юғары сифатлы медицина ярҙамы

БСТ
Новости партнеров