Өфөләге «Изгелек» приюты эттәрен атҡандар

Өфөләге «Изгелек» приюты эттәрен атҡандар https://bash.news/news/113637_flge_izgelek_priyuty_ettren_atandar/?lang=bash
10 ғин 2020, 00:54

400 тирәһе урам этен үҙенә һыйындырған приют Яңы Александровкала урынлашҡан. Эттәрҙе ҡараусы әйтеүенсә, билдәһеҙ кешеләр хайуандарҙы урамда атып киткән. Уларҙың мәйетендә йәҙрәләр табылған.

Хайуандарҙы яҡлаусылар һүҙенә ҡарағанда, яңы йыл алдынан быға оҡшаш хәл Ҡырмыҫҡалы һәм Кушнаренко райондарында ла теркәлгән. Билдәле булыуынса, хайуандар менән аяуһыҙ мөнәсәбәт өсөн енәйәти һәм административ яуаплылыҡ ҡаралған.

Елена Жданова, “Изгелек» ҡарауһыҙ эттәр приюты етәксеһе: “27 декабрҙә ике этте атҡандар, һуңынан тағы үлтерелгән өс эт табылды. Был районда кешеләр йәшәмәй, шуға эттәр приюттан 500 метр тирәһе радиуста йөрөй. Хоҡуҡ органдарына мөрәжәғәт иттек, әммә яҡлау тапманыҡ”.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Өфөләге «Изгелек» приюты эттәрен атҡандар

БСТ
Новости партнеров