Башҡортостан башлығының мәғариф өлкәһендә гранттары булдырылды

Башҡортостан башлығының мәғариф өлкәһендә гранттары булдырылды https://bash.news/news/113697_bashortostan_bashlyyny_marif_lkend_granttary_buldyryldy/?lang=bash
10 ғин 2020, 19:58

Белем киреүҙең сифатын күтәреү һәм үҫешкә йүнәлешле социаль мөхит булдырыу маҡсатында Радий Хәбиров мәғариф өлкәһендә Башҡортостан башлығы гранттарын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Рәсми документ нигеҙендә белем биреү өлкәһендә юғары ҡаҙаныштар өсөн 1 миллион һумлыҡ 20 грант булдырыла. Уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса улар иң яҡшы 10 ҡала һәм 10 ауыл дөйөм белем биреү мәктәптәренә тапшырыласаҡ.

Бынан тыш, конкурс шарттары раҫлана. Белем усаҡтары күрһәткән мәғариф хеҙмәттәренең һөҙөмтәлелеген баһалау талаптары аныҡланған. Гранттарҙы тапшырыу тәртибен билдәләү республика хөкүмәтенә йөкмәтелгән.

Башҡортостан башлығының мәғариф өлкәһендә гранттары булдырылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!