Рәсәйҙә ғаиләләрҙең өстән бер өлөшө үҙҙәренә закон буйынса ҡаралған социаль саралар хаҡында хәбәрҙар түгел

Рәсәйҙә ғаиләләрҙең өстән бер өлөшө үҙҙәренә закон буйынса ҡаралған социаль саралар хаҡында хәбәрҙар түгел https://bash.news/news/113698_rsj_aillre_stn_ber_lsh_ren_zakon_bujynsa_aralan_social_saralar_xaynda_xbrar_tgel/?lang=bash
10 ғин 2020, 19:59

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев депутаттар менән осрашыуында был киҫкен мәсьәләгә иғтибарҙы арттырырға ҡушты.

Уҙған йыл көҙгө сессияла парламент тарафынан алты пленар ултырыш ойошторолған, 65 ҡанун үҙ көсөнә инә. Дәүләт Думаһына ике федераль закон проекты йүнәлтелә. Халыҡ һайланыусылары шәхси ҡабул итеүҙәр барышында дүрт меңгә яҡын кеше менән осраша. Яҙғы сессияға килгәндә, депутаттар тағы ла илленән ашыу закон проекты өҫтөндә эшләйәсәк. Әйтәйек, һайлауҙар, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстарға үҙгәрештәр индереү ҡаралған.

Район-ҡалаларҙа милли проекттарҙың тормошҡа ашырылыуына ла иғтибар артасаҡ. Шул уҡ ваҡытта мәғариф өлкәһенә ҡағылышлы айырым парламент ултырышы ойоштороу күҙаллана. Ауылдарҙа белем биреү системаһы, профориентация һорауҙары ҡараласаҡ. Шул уҡ ваҡытта мартта Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сирек быуатлыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһала. Юбилей датаға бәйле республика мәғариф учреждениеларында парламент дәрестәре уҙғарыу планлаштырылған.

Эльвира Айытҡолова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары: “Ошо ваҡиға айҡанлы беҙ китап, документаль фильм әҙерләйбеҙ. Музейҙа экспозиция яңыртыла. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай – республика институты. Тарихи ваҡиға. Бөтә республика байрамына әйләнер тип көтәбеҙ”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Рәсәйҙә ғаиләләрҙең өстән бер өлөшө үҙҙәренә закон буйынса ҡаралған социаль саралар хаҡында хәбәрҙар түгел

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров