Белорет районында йәшәүсе етемдәр торлаҡ шарттарына зарлана

Белорет районында йәшәүсе етемдәр торлаҡ шарттарына зарлана https://bash.news/news/113699_beloret_rajonynda_jshse_etemdr_torla_sharttaryna_zarlana/?lang=bash
10 ғин 2020, 20:00

Йортло йортһоҙҙар. Дүрт бер туған Зәйнуллиндарға законға ярашлы ҡалала бушлай торлаҡ бирелә. Әммә фатир йәшәргә яраҡлы түгел, ти улар. Урындағы етәкселек иһә кире фекерҙә. Йорт йәшәргә яраҡлы, тип иҫбатлай улар. БСТ каналы хәбәрселәре етемдәргә бирелгән торлаҡ шарттары менән танышты.

Һыу ҙа юҡ, электр уты ла, газ да. Ҡорамалдарҙың иҫкереүе сәбәпле, фатирҙан бар коммуникациялар ҙа өҙөлгән. Хәйер, был торлаҡты фатир тип әйтергә тел дә әйләнмәй. Тәҙрә , ишектәрҙән ел өрә, ә стеналар аҡтарылып төшөп тора.

Хәҙер инде һигеҙ йыл Альфред тап ошо яуапты ишетә. Түрәләр йортто йәшәргә яраҡлы тип иҫәпләһә, хужалар киреһен иҫбатлай. Уның ҡарауы, коммуналь түләүҙәр ваҡытында һәм теүәл килеп тора.

Был өс бүлмәле фатир балалар йортонда тәрбиәләнгән дүрт бер туған Зәйнуллиндарға 2011 йылда бирелә. Ләкин етемдәрҙең береһе лә иҫке йортта төпләнмәй. Фатирлы булып та сит кешенең өйөнә аҡса түләп йәшәргә мәжбүрҙәр.

Фатир хужаларына етәкселек алдында ла йыш баш эйергә тура килә. Әммә һөҙөмтәһеҙ. Ҡултамғалар ҡуйылған, фатир алынған. Ә бит торлаҡ тапшырылған ваҡытта Альфред бөтөнләй Башҡортостанда булмай. Имзаны уның өсөн һеңлеләренән ҡуйҙырталар.

Йәғни, фатир етемдәрҙең иркен иҡар итеп тапшырылған. Әммә кирегә юл юҡ. Райондың опека һәм попечителлек бүлеге етемдәргә ярҙам итергә әҙер. Ҡаҙна иҫәбенә газ ҡорамалдары, һыу торбалары үткәрергә лә риза. Ләкин фатир хужаһы ғына был шарттар менән килешмәй. Күрәһең, бәхәс тағы ла тиҫтә йылға һуҙыласаҡ. Ул арала Альфредтың һеңлеләре үҙ аллы донъя ҡороп тулы тормош менән йәшәй.

Автор: А. Кәбиров.

Белорет районында йәшәүсе етемдәр торлаҡ шарттарына зарлана

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров