Стәрлетамаҡта “Өфө-квартал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һалған йорт тирәләй тағы ғауға ҡупты

Стәрлетамаҡта “Өфө-квартал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һалған йорт тирәләй тағы ғауға ҡупты https://bash.news/news/113705_strletamata_fkvartal_yauaplylyy_siklngn_jmite_alan_jort_tirlj_tay_aua_upty/?lang=bash

Күп ҡатлы йорт төҙөлгән, ә миллиондар елгә осҡанмы. Оҙаҡ төҙөлөүсе йорт тураһында беҙҙең каналда видеояҙмалар быға тиклем дә эфирға сыҡты. Быға тиклем алданған өлөшсөләр, бынан ары алданған эшселәр. Төҙөүсе йортто тапшырһын өсөн республиканан өҫтәмә 30 миллион һум бүленгән. Тик улар ҡайҙалыр юғалған. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева асыҡларға тырышты.

Журнал – штукатур-малярҙарҙың һәм төҙөүҙә ҡатнашҡан башҡа эшселәрҙең хеҙмәт көндәре тураһындағы төп документ. 21-се быуатта ла боронғоса таяҡ ҡуйыуҙы хәтерләтә ул. Хеҙмәт кенәгәһе талап итеп йәки килешеү төҙөп аҙапланмаған эш биреүсе. Күрәһең, уға ошондай юл менән эшләтеү анһат. «Тормастер» йәмғиәте Стәрлетамаҡтағы проблемалы йортта еренә еткерелмәгән эштәрҙе теүәлләргә яллана. Эшселәр үҙ бурысын үтәй, әммә бушҡа. Тура мәғәнәһендә.

Бригада Стәрлетамаҡ ҡалаһы Октябрь проспектындағы «данлыҡлы» йортто төҙөп бөтөргә ярҙам итә. Биш йыл буйы һалынған йорт мәсьәләһе былтыр республика кимәлендә күтәрелде. Июндә Радий Хәбиров Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында алданған өлөшсөләр менән осрашты һәм төҙөүсегә аныҡ ваҡытҡа фатир хужалары алдындағы бурысын үтәргә ҡушты. Өфө -квартал ойошмаһы етәксеһе төҙөлөшкә яңы подрядсы ойошма индергән.

Алданған өлөшсөләр проблемаһы хәл ителгән тиергә була, әммә уларға алмашҡа алданған эшселәр өҫтәлгән. Рәсми килешеү булмағас, аҡса конвертта ҡасан тура килә, шунда бүлеп түләнгән. Һуңғы тапҡыр хеҙмәткәрҙәр аҡсаны ноябрҙә алған. Кемгәлер 20, 30, 50 хатта 100 мең һумдан ашыу аҡса түләнмәгән.

Тик вәғәҙә менән тамаҡ туйҙырып булмай. Штукатур-малярҙарҙың өсәр балаһы бар һәм улар бер-нисә ай дауамында балалар баҡсаһы менән дә иҫәпләшә алмай. Яңы йыл байрамы кәйефе тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ә бит йортта эштәрҙе тиҙләтеү өсөн республика ҡаҙнаһынан ҡаланы үҫтереү фондына 30 миллион һуң күләмендә аҡса бүленгән.

Радик Ғәлиев, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары: “Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте тарафынан алданған өлөшсөләрҙең мәсьәләһен хәл итеүгә фонд булдырылды. Финанстар төҙөүселәрҙең хаттары буйынса улар иҫәбенә күсерелә барҙы”.

Подрядсы ойошмаһы етәксеһе әйтеүенсә, уларға өс миллион һумдан ашыу ғына аҡса килгән. Етмәһә, эшселәргә генә түгел, төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеүселәргә лә әле аҡса күсерелмәгән.

Ә бына «Өфө-квартал» йәмғиәте етәксеһе подрядсы ойошма- «Тормастер» менән иҫәпләшеүе тураһында белдерә.

Миллиондар ҡайҙа булған һуң? Хоҡуҡ органдарынан башҡа уны асыҡларлыҡ түгел. Беҙ артабан да был хәлде күҙәтеп барасаҡбыҙ. Әлегә бригада эшселәре Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт әҙерләй.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Стәрлетамаҡта “Өфө-квартал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һалған йорт тирәләй тағы ғауға ҡупты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров