Өфө районында урынлашҡан «Аҡбуҙат» шифаханаһында «IT-лагерь» тип исемләнгән профилле смена эшләй

Өфө районында урынлашҡан «Аҡбуҙат» шифаханаһында «IT-лагерь» тип исемләнгән профилле смена эшләй https://bash.news/news/113708_f_rajonynda_urynlashan_abuat_shifaxanaynda_itlager_tip_isemlngn_profille_smena_eshlj/?lang=bash
10 ғин 2020, 23:17

Проектлы каникулдар. Унда республика белем усаҡтарынан 150 һәләтле уҡыусы ял итә. Шулай уҡ мәғариф-күңел асыу сменаһына Луганск Халыҡ республикаһынан «Салауат Юлаев» эҙәрмәндәр отрядында шөғөлләнгән үҫмерҙәр ҙә саҡырылған. Улар өсөн төрлө мәҙәни программалар ойошторола. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Флүр Ҡарасуриндың өләсәһе йортон емертеп, милли батырҙың исемен мәңгеләштереүгә үҙ өлөшөн индерә. Ейәне лә һынатмай, яҡташыбыҙ бөгөн Луганск халыҡ республикаһында Салауат Юлаев исемендәге эҙәрмәндәр отрядын етәкләй. Етмештән ашыу бала Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан кавалеристарҙың биографияһын, хәрби юлын өйрәнә. Уларҙың бер өлөшө ҡышҡы каникул осоронда Башҡортостанда ял итеүгә саҡырыу ала. Әйткәндәй, отряд ойошторолоуға февралдә биш йыл тула, шуға был үҙенә күрә бүләк булараҡ та ҡабул ителә.

Флүр Ҡарасурин, Салауат Юлаев исемендәге эҙәрмәндәр отряды етәксеһе, журналист, /Алчевск/: “Бәләкәй генә дата кеүек, ә эш күп башҡарылған. Табылған әйберҙәрҙе күргәҙмәләргә йөрөтәбеҙ. Башҡортостан музейҙарына беҙ килтерҙек төрлө экспонаттар. Дағалар, хәрби әйберҙәрҙе. Каска бирҙек Дим биҫтәһендәге музейға”.

Өфө районында урынлашҡан шифаханала бөгөн Алчевск ҡалаһынан ун дүрт уҡыусы ял итә. Урында IT-смена ойошторолған. Шулай уҡ делегация өсөн мәҙәни программа ла ҡаралған. Улар баш ҡалаға, Ҡырмыҫҡалы районына сәйәхәт ҡыла, музейҙар менән таныша.

Виктория Бородач, Салауат Юлаев исемендәге эҙәрмәндәр отряды ағзаһы, /Алчевск/: “Беҙ күп эскурсияларға йөрөнөк, 112-cе Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлын ентекле өйрәндек. Бигерәк тә Миңлеғәле Шайморатов, Салауат Юлаевҡа ҡуйылған һәйкәлдәр һоҡландырҙы. Ундай мөһабәт ат статуяларын күргән юҡ ине”.

Луганск халыҡ республикаһынан килгән үҫмерҙәр Башҡортостандан яңы дуҫтар ҙа таба. «Аҡбуҙат» шифаханаһында ҡышҡы каникул мәлендә профилле смена ойошторолған. Бында тиҫтәләп бала робототехника, космонавтика, аэротехника, it-технологиялар буйынса белемен камиллаштыра. Шулай уҡ улар эшҡыуарлыҡ серҙәренә лә төшөнә.

Альбина Бикҡужина, IT-лагерҙа ҡатнашыусы, /Өфө ҡалаһы/: “Миңә бында бик ныҡ оҡшай. Көн дә төрлө лекциялар үткәрәләр, кисә өйрәттеләр проекттар өҫтөндә эшләргә, бөгөн аҡсаһыҙ бизнес башларға”.

Айгүзәл Сәйфетдинова, IT-лагерҙа ҡатнашыусы, /Бөрйән районы/: “Ял бик һәйбәт үтә, миңә ныҡ оҡшай. Беҙ был лагерҙа тик ятмайбыҙ, ә проект төҙөйбөҙ. Ул беҙҙең башты эшләтә һәм логика менән уйлай башлайһың”.

Аэротехника йүнәлешендә шөғөлләнеүселәр пилотһыҙ осоусы аппараттар менән идара итергә өйрәнә, шулай уҡ уларҙың проекттары ла тап дрондар менән бәйле булырға тейеш. Мәктәп уҡыусылары был ҡоролманы көндәлек тормошта, ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендә ҡулланыу ысулдарын уйлап сығара. Фантазияға сиктәр юҡ. Әйтәйек, командаларҙың береһе кешеләрҙең сәләмәтлеген контролгә алыу яҡлы.

Айгөл Әхтәрова, IT-лагерҙа ҡатнашыусы: “Беҙҙең дрон кешенең организмына индерелә, ул организмда төрлө үҙгәрештәр хаҡында мәғлүмәт йыя. Ҡанды ҡарай, кешенең температураһын, ҡан баҫымын тикшерә. Лейкоцит, тромбоциттар кимәлен һанай. Һәм ошо бар мәғлүмәт кешенең электрон медицина картаһына ебәрелә”.

Әлбиттә, был идея әлегә тик ҡағыҙҙа ғына. Тормошҡа ашырмы – юҡмы билдәһеҙ. Иң мөһиме төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған уҡыусылар командала эшләргә, проекттарын яҡларға өйрәнә. Һәләтле балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ошондай лагерҙар икенсе йыл рәттән уҙғарыла, ул «Йәштәр инновациялары кампусы» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфө районында урынлашҡан «Аҡбуҙат» шифаханаһында «IT-лагерь» тип исемләнгән профилле смена эшләй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров