Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһында яңы ҡоролма эш башланы

Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһында яңы ҡоролма эш башланы https://bash.news/news/113710_mir_abdrazaov_isemendge_bashortostan_kinostudiyaynda_yay_orolma_esh_bashlany/?lang=bash
10 ғин 2020, 23:19

Ул иҫке кинотаҫмаларҙы һанлы форматҡа күсереү мөмкинлеген бирә. Кадрҙың оригинал төҫтәрен һаҡлап ҡына ҡалмай, хәҙерге талаптарға яраҡлы үлсәмдә сығарыу мөмкинлеге бирә. Киностудия архивында таҫмаларҙа һаҡланған художестволы һәм документаль фильмдар, киножурнал, кинорепортаждар һаны 400-ҙә ашыу иҫәпләнә. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Вилүрә Иҫәндәүләтова киностудия архивында һаҡланған бар таҫмаларҙы ла тиерлек өйрәнгән. Режиссер-документалист өсөн уларҙың һәр ҡайһыһы яҡын. Сөнки, халыҡҡа күрһәтерлек кадрҙағы һәм кадр артында ҡалған яңылыҡтар етерлек. Был картиналарҙың бюджеты ҙур булмаһа ла, мәҙәни ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ. Башҡорт кино сәнғәте өсөн ул ысын мәғәнәһендә хазина.

Яңы аппарат фул ашди, йәғни хәҙерге форматҡа күсереү мөмкинлеге бирә. Ҡоролмаға ла таҫмаларҙы былай ғына урынлаштырҙың да күсерҙең тигәнде аңлатмай. Ә һәр фильм махсус әҙерлек үтергә тейеш.

Ҡайһы бер фильмдар футлярҙан тиҫтәләрсә йыл сығарылмаған. Шуға ла, кинотаҫмалар һаҡсыл ҡараш талап итә. Улар тәүҙә дымлатыла, һуңынан махсус химик матдәләр менән эшкәртелә. Юғиһә, яҙҙырған ваҡытта таҫманың өҙөлөүе лә ихтимал.

Ҡоролма эш башлағанға ике-өс көн. Әле 2000 йылдар башында төшөрөлгән фильм һәм йәнһүрәт яҙҙырылған. Кадрҙың оригинал төҫтәре һаҡланып ҡалыуҙан тыш, уның заманса форматта булыуы ла ҡыуандыра, ти студия хеҙмәткәрҙәре.

Студия архивында барлығы 400-ләп кинотаҫма һаҡлана. Уларҙың күптәре киң тамашаға сыҡҡаны ла юҡ. Шуға ла быйыл 30 йыллығын билдәләйәсәк киностудия өсөн яңы ҡоролманың булыуы яңы мөмкинлектәргә юл асыр тип көтөлә.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһында яңы ҡоролма эш башланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров