Башҡортостанда Грек-рим көрәше буйынса республика башлығы кубогына мастерлыҡ турниры ойошторола

Башҡортостанда Грек-рим көрәше буйынса республика башлығы кубогына мастерлыҡ турниры ойошторола https://bash.news/news/113711_bashortostanda_grekrim_krshe_bujynsa_respublika_bashlyy_kubogyna_masterly_turniry_ojoshtorola/?lang=bash
10 ғин 2020, 23:19

Был турала Радий Хәбиров грек-рим көрәше буйынса Башҡортостан беренселеген асыу тантанаһында белдерҙе. Башҡортостан башлығы телмәрендә республикала был спорт төрөнә бермә-бер иғтибар артыуын билдәләп үтте һәм спортсыларға келәмдә уңыштар теләне.

Ярыш Затон биҫтәһендәге 5-се интернат-мәктәп залында үтте. Келәмгә 2003-2005 йылғы йәш спортсылар сыҡты. Улар төрлө ауырлыҡ категорияһында үҙ көсөн һынап ҡараны. 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында ойошторолған турнир Волга буйы федераль округы ярыштарына һайлап алыу этабы булып торҙо. Был турнирҙа ҡатнашыусыларҙы ла тиҙҙән Башҡортостан ҡабул итәсәк.

Башҡортостанда Грек-рим көрәше буйынса республика башлығы кубогына мастерлыҡ турниры ойошторола

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров