Юлаевсылар еңелде

Юлаевсылар еңелде https://bash.news/news/113712_yulaevsylar_eelde/?lang=bash
10 ғин 2020, 23:20

Континенталь хоккей лигаһының даими чемпионаты сиктәрендә «Салауат Юлаев»тың үҙ боҙондағы уйындар серияһы дауам итә. Бөгөн «Өфө-Арена» боҙ һарайында юлаевсылар Мәскәү ҡунаҡтарын ҡабул итте.

Яңы йылдағы өсөнсө матчта яҡташтарыбыҙ «Динамо» менән осрашты. Уйындың башында уҡ уңыш ҡунаҡтарға йылмайҙы. Вадим Шипачев 4-се минутта Юха Метсола һаҡлаған ҡапҡаға тәүге шайбаны индерҙе. Икенсе осорҙа ла «Динамо» хоккейсылары сосораҡ булып сыҡты. Дмитрий Яшкин биргән пасты Андре Петерсен голға әйләндерҙе. Осор аҙағына майҙан хужалары ла уянды. Яуап шайбаһын Линус Умарк ярҙамында Сакарри Маннинен индереүгә өлгәште.

Һуңғы өсөнсө 20 минутлыҡ башында Эдуард Ғиматов тупаҫ уйын күрһәткәне өсөн штраф эскәмйәһенә эләкте. Ҡунаҡтар шундуҡ боҙҙағы өҫтөнлөктө үҙ файҙаһына ҡулланды һәм иҫәпте арттырҙы. Күп үтмәй юлаевсылар ҡапҡаһына 4 шайба ҡунаҡланы. Уйын аҙағында боҙға алтынсы уйынсы сығарыу ҙа тейешле һөҙөмтә бирмәне. Матч «Динамо» Мәскәү файҙаһына 4-кә 3 иҫәбе менән тамамланды.

Юлаевсылар еңелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров