Өфө районы Максимовка ауылында 200 кешегә иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асылды

Өфө районы Максимовка ауылында 200 кешегә иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асылды https://bash.news/news/113725_f_rajony_maksimovka_auylynda_200_kesheg_iplngn_balalar_basay_asyldy/?lang=bash
11 ғин 2020, 19:55

Балаларға уңайлы мөхит. Заманса учреждение малай-ҡыҙҙарҙың ижади һәләттәрен үҫтерер һәм уларға хәүефһеҙ шарттар булдырыусы ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Балалар баҡсаһы төбәктә уңышлы ғәмәлгә ашырылған 100 йыллыҡҡа – 100 объект программаһы сиктәрендә төҙөлгән. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Кескәйҙәрҙең йөҙҙәре ҡояштай балҡый. Йыр-бейеү, шиғырҙар менән улар Максимовка ауылында асылған яңы балалар баҡсаһында ҡунаҡтарҙы сәләмләй. Урындағы халыҡ был ваҡиғаны ике тиҫтә йыл көтөп алған, әлегә тиклем ауылда мәктәп ҡарамағындағы иҫке балалар үҙәге генә булған.

Музыка залы, түңәрәктәр ойошторор өсөн кабинеттар, иркен йоҡо бүлмәләре һәм киң ашхана. Учреждение майҙаны тулыһынса видеокүҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Мәктәпкәсә уҡытыу программаһының төп өлөшө балалар баҡсаһында уйын формаһында өйрәтеләсәк.

Ике ҡатлы балалар баҡсаһы төҙөлөшөнә 188 млн һум аҡса бүленә. Республика бюджетынан тыш объект төҙөлөшөнә федераль үҙәктән дә сығымдар йәлеп ителә.

200 малай-ҡыҙға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы республиканың 100 йыллыҡ юбилейы программһы сиктәрендә сафҡа инә. Былтыр ғына Башҡортостанда 21 яңы мәктәпкәсә учреждение ишектәре асылһа, быйыл был күрһәткес өс тиҫтәнән ашыу булыр тип көтөлә.

Автор: Флорида Ким.

Өфө районы Максимовка ауылында 200 кешегә иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров