“Михайловка инәйҙәре” БСТ телеканалының «Байыҡ» конкурсында ҡатнашырға ниәтләй

“Михайловка инәйҙәре” БСТ телеканалының «Байыҡ» конкурсында ҡатнашырға ниәтләй https://bash.news/news/113729_mixajlovka_injre_bst_telekanalyny_bajy_konkursynda_atnashyra_nitlj/?lang=bash
11 ғин 2020, 20:01

Яңы үрҙәргә. Тиматиҙан миллион һум аҡса отҡан Михайловка инәйҙәре БСТ телеканалының «Байыҡ» конкурсында ҡатнашырға ниәтләй. Әлеге ваҡытта хаҡлы ялдағы ханымдар репетицияларҙы башлаған. Шулай уҡ улар социаль селтәрҙәрҙә аккаунттарын үҫтереү һәм сәхнә костюмдары тегеү маҡсаттары менән дә яна. Артабан киләһе яҙмала.

Улар репетицияны байрам көндәрендә лә ҡалдырмай. Көн һайын Михайловка ауыл клубы сәхнәһендә улар үҙҙәренең оҫталығын камиллаштыра. Бейеүҙә генә түгел, ә ағас ҡашыҡтарҙа уйнауҙа ла. Хаҡлы ялдағы ханымдарҙың теремеклегенә көнләшерлек. Ә ижадҡа уларҙы ейәндәре һәм балалары дәртләндерә.

Варенита Баһауетдинова, «Михайловка инәйҙәре» коллективы ағзаһы: “Улым башта әсәй юҡ менән булышаһың тине, клиптарҙы күргәс, коллективыңды ташлама, бейеүҙәр һине йәшәртә, тип яуапланы”.

Ай эсендә был коллективтың даны Башҡортостандан тыш бөтә илгә таралып өлгөргән. Михайловка инәйҙәре заманса клипта төшөп, билдәле рэп башҡарыусы Тимати иғлан иткән конкурста еңгән. Был конкурста ҡатнашыу уларға йәштәр субкультураһы менән яҡындан танышыу мөмкинлеге биргән.

Лилиә Смирнова, «Михайловка инәйҙәре»коллективы ағзаһы: “Беренсенән, инстаграммға яҙылдым. Хәҙер балаларым менән йышыраҡ аралашам. Ейәнемдең кумиры Тимати, ейәнем миңә унан автограф ал, тип, үтенә”.

Билдәле артисҡа улар Раштыуа байрамына сәксәк бешереп ебәргән. Ошондай уҡ милли ризыҡ менән билдәле йырсы һәм музыкант Зәйнетдинде лә һыйлағандар. Зәйнетдин иғлан иткән конкурста ла улар беренсе урын яулаған. Әйткәйндәй, конкурста яулаған миллионды улар нисек тотоноуҙы ла хәл иткән.

Роза Сәмиғуллина, «Михайловка инәйҙәре» коллективы ағзаһы: “Беҙ бергәләшеп диңгеҙгә ял итергә барасаҡбыҙ. Унда ла клипта төшәсәкбеҙ. Ә ҡалған сығымдарҙы үҙебеҙҙең ансамбль үҫешенә йүнәлтәсәкбеҙ”.

Коллектив шулай уҡ инстаграммда үҙ битен булдырып уны артабан үҫтереү теләге менән яна. Бынан тыш, «Байыҡ» телевизион конкурсында ҡатнашыу өсөн сәхнә кейемдәрен дә хәстәрләргә кәрәк.

Әлеге ваҡытта һәүәҫкәрҙәр яңы клиптар һәп вайндарға сценарийҙар уйлай. Михайловка инәйҙәренең социаль селтәрҙәргә һалынасаҡ киләһе клиптары спорт темаһына арналасаҡ.

Автор: Гүзәл Борханова.

“Михайловка инәйҙәре” БСТ телеканалының «Байыҡ» конкурсында ҡатнашырға ниәтләй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров