Ауыл хужалығында быйыл 7 мең кешегә эш урындары булдырыу ҡарала

Ауыл хужалығында быйыл 7 мең кешегә эш урындары булдырыу ҡарала https://bash.news/news/113827_auyl_xuzhalyynda_byjyl_7_me_kesheg_esh_uryndary_buldyryu_arala/?lang=bash
13 ғин 2020, 19:58

Был маҡсатҡа күләмле инвестиция проекттарын тормошҡа ашырып ирешеү күҙаллана. Быйыл республиканың аграр тармағында дүрт тиҫтә тирәһе күләмле инвестиция проекттары ғәмәлгә ашырыласаҡ. Был турала хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов аҙна һайын уҙғарылған оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Инвесторҙар башлыса мал һимертеү, ҡошсолоҡ һәм һөтсөлөк өлкәһен һайлай. Аграр сәнәғәттәге сәйәсәт тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров репортажы.

Ял да итмәй, сирләмәй ҙә, хатта хеҙмәт хаҡы ла һорамай. Роботтар ауыл хужалығындағы эшсе ҡулдарҙы ҡыҫырыҡлай. Улар хәҙер һыйыр һауа, ашарға һала һәм аҫтарын да таҙарта. Эш ҡушыу өсөн кеҫә телефонындағы бер төймәгә баҫыу етә. Алдан билдәләнгән маршрут буйынса машина хужалыҡтағы иң ауыр эште бер ҡыйынлыҡһыҙ башҡара.

Әбйәлил районы «Красная Башкирия» хужалығы республикала тәүге булып роботлаштырылған һөт-тауар фермаһын сафҡа индерҙе. Яңы комплекс республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекты исемлегенә индерелгән. Уның дөйөм хаҡы 420 миллион һумдан ашып китә. Даниянан тоҡомло малдар һәм ҡорамалдар һатып алыуға республиканан субсидия бүленгән. Әлеге ваҡытта тент менән ябылған ҙур майҙанлы комплекс бөйрәкәйҙәрҙе ҡабул итергә әҙер. Яҡын арала 400 баш һыйыр тулыһынса роботтар хеҙмәтләндереүенә күсә.

Ауыл хужалығы баҙарына ҡеүәтле уйынсыларҙы йәлеп итеү тармаҡтағы төп сәйәсәт. Быйыл Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән дә ҡырҡҡа яҡын инвестор килеүе көтөлә. Уларҙы тормошҡа ашырыу төбәк ҡаҙнаһына өҫтәмә килем, урындағы халыҡҡа эш урындары бирә.

Инвесторҙар башлыса малсылыҡ һәм һөтсөлөк тармағын һайлай. Һөҙөмтәлә тап ошо йүнәлештә алға китеш күҙәтелә. Былтыр төбәктә 1 миллион 600 мең тонна һөт һауылған. Ит етештереү ҙә 404 мең тонна күләмендә билдәләнәгән. Шәкәр сөгөлдөрө, иген культуралары ла рекорд күләмендә йыйып алынған. Ә бына йәшелсә үҫтереү Башҡортостан өсөн ауыр бирелә.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары- ауыл хужалығы министры: “Ҡыҙғанысҡа, беҙ республика халҡы ҡулланған йәшелсә күләменең яртыһын ғына етештерәбеҙ. Был әлбиттә, климат шарттарына бәйле. Шуға күрә теплица хужалыҡтарын арттырыу мөһим. Был эш башланды ла инде. Мәҫәлән, Туймазы фермерҙары хәҙер ҡышҡы айҙарҙа ла йәшелсәләр етештерә. Ошондай хужалыҡтары арттырасаҡбыҙ”.

Ауыл хужалығындағы тағы бер мөһим йүнәлеш бәләкәй хужалыҡтарҙы, шәхси фермерҙарҙы әүҙемләштереү. Быйыл бәләкәй форма хужалыҡтарға ярҙамға федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. Был аҡсалар грант формаһында үҙ эшен башлаусы, ғаилә фермалары, кооперативтарҙы үҫтереүгә йүнәлтеләсәк.

Автор: А.Кәбиров.

Ауыл хужалығында быйыл 7 мең кешегә эш урындары булдырыу ҡарала

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров