Балтас районы Яңы Ямурҙа ауылында егерме урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асылды

Балтас районы Яңы Ямурҙа ауылында егерме урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асылды https://bash.news/news/113829_baltas_rajony_yay_yamura_auylynda_egerme_uryna_iplngn_balalar_basay_asyldy/?lang=bash
13 ғин 2020, 20:00

Мәктәпкәсә учреждение «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә сафҡа ингән. Төҙөлөш эштәренә сығымдар күп талап ителмәй. Ауыл үҙәгендәге буш административ бинаға капиталь ремонт яһау һәм уңайлы шарттар булдырыуға ни бары ике миллион һум аҡса талап ителә.

Гөлназ Исламова, балалар баҡсаһы мөдире: “Был беҙҙең «Белоснежка» балалар баҡсаһы филиалы. Яңы учреждение бик матур, иркен. Егерме бала өсөн тәғәйенләнгән, биш кеше эшләйәсәк”.

Мәктәпкәсә учреждениены асыу тантанаһында кескәйҙәр иркен тамаша залында йыр-бейеүҙәр менән сығыш яһаны. Ижади һәләттәрҙе үҫтереү өсөн бында төрлө түңәрәктәр эшләйәсәк, шулай уҡ кескәйҙәргә айырым йоҡо бүлмәһе ҡаралған. Яңы балалар баҡсаһының сафҡа индерелеүе - ауыл халҡы өсөн күптән көтөп алынған ваҡиға. Быға тиклем ата-әсәләр балаларын район үҙәгенә, ун саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан балалар баҡсаһына йөрөткән.

Ләйсән Шәрипова: “Беҙ бик шатбыҙ ауылыбыҙҙа шундай матур, яҡты балалар баҡсаһы асылыуына. Беҙ дүрт йыл буйы район үҙәгенә «Буратино» балалар баҡсаһына йөрөнөк”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Балтас районы Яңы Ямурҙа ауылында егерме урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров