Сибай – Аҡъяр автомобиль юлында үлемесле авария

Сибай – Аҡъяр автомобиль юлында үлемесле авария https://bash.news/news/113832_sibaj_ayar_avtomobil_yulynda_lemesle_avariya/?lang=bash
13 ғин 2020, 20:03

Сибай – Аҡъяр автомобиль юлында «Лада Калина» менән «Митсубиши АSХ» автомобилдәре бәрелешкән.

Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, авария һөҙөмтәһендә «Лада» водителе ваҡиға урынында һәләк булған, икенсе водитель һәм ике автомобилдәге 5 пассажир дауаханаға оҙатылған.

Һуңғараҡ билдәле булыуынса, дауаханаға китеп барғанда иномаркаға идара иткән 28 йәшлек водителдең дә ғүмере өҙөлгән. Зыян күреүселәр араһында бер бала булыуы билдәле.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Сибай – Аҡъяр автомобиль юлында үлемесле авария

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров