Урам йыйыштырыусыларға техника ярҙамға килә

Урам йыйыштырыусыларға техника ярҙамға килә https://bash.news/news/113833_uram_jyjyshtyryusylara_texnika_yarama_kil/?lang=bash

Таңғы сәғәт биштән торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәре техника ярҙамында ихаталарҙы һәм урамдарҙы ҡарҙан таҙарта. Һигеҙ идарасы компанияла урамдарҙы комплекслы таҙартыуға 167 берәмек техника йәлеп ителә.

Өфөнөң Киров районынына ҡараған «Белореченский» микрорайонында урамдарҙы һәм ихата эргәләрен ҡарҙан таҙартыу комплекслы башҡарыла. Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре иртә менән күпләп ҡар өйөмдәре йыйылған ихаталарҙы техника ярҙамында йыйыштыра. Ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыу шәмбе, йәкшәмбе башҡарыла һәм техника киске 8-9-ға тиклем ҡарҙы полигондарға илтә. Киров районында ғына ҡарҙан бөтәһе 713 ихата комплекслы таҙартылған.

Ғәҙел Әхмәтйәнов, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы баш инженеры: “Бөгөн график буйынса Мөбәрәков урамы, 3 адресы буйынса махсус техника ярҙамында дворниктар менән бергә ихата йыйыштырабыҙ. 4 камаз, 1 амкадор, 4 -мтз-82 тракторын ҡулланабыҙ. Дворниктар 10 кеше өй, подъезд балкон ҡыйыҡтарынан ҡарҙы төшөрә”.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре таңғы алтынан үҙҙәренә тәғәйен участкаларҙы йыйыштырған. Автомобиль хужалары торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәренә тотҡарлыҡтар тыуҙырмаҫҡа тырыша. Күптәр тимер атын ситкә алып ҡуя.

Ирина Гәрәев, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы урамы йыйыштырыусыһы: “Иртәнге алтынан тороп сығып эшләйбеҙ, бөгөн-биш-алты ихата таҙарттыҡ. Ҡар күп булғас, хәҙер барыһы ла автомобилдәрен тиҙерәк күсереп ҡуя, шуға ла эш тиҙ бара”.

Автор: Гүзәл Борханова.

Урам йыйыштырыусыларға техника ярҙамға килә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров