2020 йыл башынан ветерандарға айлыҡ түләүҙәр артты

2020 йыл башынан ветерандарға айлыҡ түләүҙәр артты https://bash.news/news/113834_2020_jyl_bashynan_veterandara_ajly_tlr_artty/?lang=bash
13 ғин 2020, 20:05

Шулай уҡ сәйәси золом ҡорбандарына, реабилитацияланыусыларға, тыл хеҙмәткәрҙәренә, хеҙмәт ветерандарына айлыҡ түләүҙәр күләме арта.

Пенсия документында ветеран өҫтәмә кенгәһе яҙмаһы булған оҙайлы хеҙмәт стажына эйә булған граждандарға айлыҡ түләүҙәр 146 һумдан 200 һумға тиклем артасаҡ тип белдерәләр Башҡортостандың ғаилә, хеҙмтә һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.

Роза Кузьменко, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте: “Айлыҡ түләүҙәр сәйәси золом ҡорбандарына -600, реабилитацияланыусыларға – 700, тыл хеҙмәткәрҙәренә – 450, хеҙмәт ветерандарына- 400 һум тәшкил итәсәк”.

Автор: Гүзәл Борханова.

2020 йыл башынан ветерандарға айлыҡ түләүҙәр артты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров