Кушнаренко районы Түбәнге Сәйет ауылында йәшәүсе ғаилә банктан кредит алып торлаҡһыҙ ҡалыуы ихтимал

Кушнаренко районы Түбәнге Сәйет ауылында йәшәүсе ғаилә банктан кредит алып торлаҡһыҙ ҡалыуы ихтимал https://bash.news/news/113835_kushnarenko_rajony_tbnge_sjet_auylynda_jshse_ail_banktan_kredit_alyp_torlay_alyuy_ixtimal/?lang=bash
13 ғин 2020, 20:06

Килешеүҙе үтәмәһәң – урамда ҡалаһың. Кредитын ваҡытында түләй алмаған клиент, банкҡа залог мөлкәте булараҡ ата-әсәһенең һәм туғандарының йортон һалған. Килешеүҙе үтәмәгән ир арҡаһында хаҡлы ялдағы йорт хужаларының торлағы суд ҡарары буйынса һатыуға ҡуйыла. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.

Шәмсетдиновтар утыҙ йыл дауамында Түбәнге Сәйет ауылында йәшәгән. Өс бала тәрбиәләп үҫтергән ғаилә колхозда оҙаҡ йылдар эшләп йортон бөтәйткән. Бөгөн хаҡлы ялдағы йорт хужалары үҙҙәре инвалид, ә кинйә улдары эпилепсия менән яфалана. Тыныс ҡына тормош иткән ғаилә бөгөндән торлаҡһыҙ ҡалыуы ихтимал. Өлкән улдары кредит алғанда аталары йортон залогҡа һалған.

Өлкән улдары кредитты түләй алмағас Шәмсетдиновтарға банктан хаттар килә башлай. Әммә һуң була – өлкән йәштәге йорт хужалары торлаҡ һатыласаҡ тигән ҡарар ишетә.

Беҙҙең ижади төркөм Кушнаренко районына юл тотҡанда ла йортто һатып алырға теләүселәр осраны. Хаҡлы ялдағы ханым торлаҡты ҡарарға тип Дүртөйлөнән үк килеп еткән.

«Һаҡлыҡ банкы» вәкилдәре әйтеүенсә, банк һуңғы өс йылда кредит алыусы менән килешеү юлдарын эҙләгән, әммә бурысты ҡайтарыусы булмай. Шуға ла Яңы йыл байрамы алдынан йорт һатылып та ҡуя.

Бер нисә йыл Рәшит Шәмсетдинов үҙ ғаиләһенә йорт һалырға тип 1 млн һум кредит ала. Аҡсаларҙың байтаҡ өлөшөн ҡайтарып 680 мең һум бурыс ҡала. Тап ошо хаҡҡа банк Түбәнге Сәйеттәге йортто яңы хужаларға һата. Әлбиттә, өлкән йәштәге Шәмсетдиновтар өсөн йорт хаҡы бер ниндәй ҙә миллиондар менән үлсәрлек түгел. Ғаилә Башҡортостан судында яҡлау тапмай, Һамарҙағы концессион судҡа мөрәжәғәт итә. Зыян күреүселәр әйтеүенсә, йортто банк апелляция суды барған осорҙа законһыҙ рәүештә һатып ебәрә.

Автор: Флорида Ким.

Кушнаренко районы Түбәнге Сәйет ауылында йәшәүсе ғаилә банктан кредит алып торлаҡһыҙ ҡалыуы ихтимал

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров