Өфөлә туған телдәр һәм әҙәбиәт буйынса республика олимпиадаһы еңеүселәре билдәләнде

Өфөлә туған телдәр һәм әҙәбиәт буйынса республика олимпиадаһы еңеүселәре билдәләнде https://bash.news/news/113836_fl_tuan_teldr_m_bit_bujynsa_respublika_olimpiaday_eeselre_bildlnde/?lang=bash
13 ғин 2020, 20:07

Бәйгелә район-ҡала мәғариф учреждениеларынан ике йөҙҙән ашыу уҡыусы ҡатнашҡайны. Улар муниципаль этапты уңышлы үтеп, төбәк кимәлендә сығыш яһау бәхетенә ирешә.

8-11 синыф уҡыусылары белем усаҡтарында татар, сыуаш, мари, йә удмурт телен туған тел булараҡ өйрәнә. Әйткәндәй, олимпиада өс этапта үтә, үҫмерҙәр инша яҙып, викторина һорауҙарына яуап бирә. Шулай уҡ жюри ағзалары балаларҙың телмәр оҫталығын да баһалай. Еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлеккә бүләктәр, китаптар тапшырылды.

Булат Зиннуров, Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы етәксеһе: “Уҙған йылдарға ҡарағанда, балалар һаны ла, уларҙың белем кимәле лә артты. Ойоштороусыларҙың төп маҡсаты телгә, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә ҡарата булған бар белемдәрен асыҡлау. Был яҡтан ҙур эш башҡарылды. Жюри ағзаларына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Сөнки балаларҙың эштәре, ысынлап та, яҡшы ине. Хатта, еңеүселәрҙе билдәләгәндә лә төрлө бәхәстәр килеп сыҡты”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфөлә туған телдәр һәм әҙәбиәт буйынса республика олимпиадаһы еңеүселәре билдәләнде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров