Өфөлә «Хәүефһеҙлек мәктәбе – ғүмерҙәрҙе ҡотҡарабыҙ» тип исемләнгән ярыш үтте

Өфөлә «Хәүефһеҙлек мәктәбе – ғүмерҙәрҙе ҡотҡарабыҙ» тип исемләнгән ярыш үтте https://bash.news/news/113837_fl_xefelek_mktbe_merre_otaraby_tip_isemlngn_yarysh_tte/?lang=bash
13 ғин 2020, 20:07

Мәктәп уҡыусылары һәм студенттар араһында үткән бәйгелә республика район-ҡалаларынан 21 команда сығыш яһаны.

Егет-ҡыҙҙар махсус тренажерҙар ярҙамында бәләгә тарыусыға беренсе ярҙам күрһәтеү ысулдары менән таныштырып, ваҡытҡа көс һынашты. Сценарий буйынса, янғын һөҙөмтәһендә бер нисә кеше ауыр йәрәхәттәр ала. Уларҙың береһенә йөрәк-үпкә реанимацияһы эшләргә кәрәк булһа, икенсеһенең тәне бешкән булып сыҡты.

Шулай уҡ ярышта ҡатнашыусылар артериаль ҡан ағыуҙы туҡтатыу, бала тотлоҡҡанда тәүге ярҙам күрһәтеү алымдарын күрһәтте. Йәш ҡотҡарыусылар араһында бәйгене «Хәүефһеҙлек мәктәбе» балалар һәм үҫмерҙәр йәмәғәт хәрәкәте Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән берлектә ойошторҙо. Еңеүселәргә ведомствоноң рәхмәт хаттары һәм миҙалдары тапшырылды.

Венера Сакина, ярышта ҡатнашыусы /Өфө ҡалаһы/: “Мин үҙем күп яңы белемдәр алдым, улар киләсәктә миңә кәрәк була. Ярышта ауыр булды, конкуренция юғары”.

Вадим Мәжитов, ярышта ҡатнашыусы /Ейәнсура районы: “Беҙҙең команда «Йондоҙ» тип атала, Ейәнсура районынан килдек. Бөгөнгө ярыш балаларға ныҡ оҡшаны. Этаптағы эштәрҙе белгәнсе эшләнеләр. Хәүефһеҙлек мәктәбенең республикала булыуына рәхмәтлебеҙ”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфөлә «Хәүефһеҙлек мәктәбе – ғүмерҙәрҙе ҡотҡарабыҙ» тип исемләнгән ярыш үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров