Өфөлә йәшәүсе блогер интернет ярҙамында аҡса эшләп донъя буйлап сәйәхәт итә

Өфөлә йәшәүсе блогер интернет ярҙамында аҡса эшләп донъя буйлап сәйәхәт итә https://bash.news/news/113838_fl_jshse_bloger_internet_yaramynda_asa_eshlp_donya_bujlap_sjxt_it/?lang=bash
13 ғин 2020, 20:08

Төркиә, Гонконг һәм Таиланд. Был тулы исемлек түгел. Яҡташыбыҙ йыл ярым ваҡыт эсендә алты илдә йәшәп тыуған яғына ҡайта. Сәйәхәт ваҡытында ҡыйын ваҡыттар ҙа, ҡыҙыҡ мәлдәр ҙә була, ти ул.

Донъя гиҙеү, сит илдәрҙе күреү күптәрҙең хыялы. Әммә берәүҙәр икенсе илгә сығып китергә ҡыйыулыҡ тапмаһа, икенселәрҙе талап ителгән сығымдар тотҡарлай. Теләгән – сара, теләмәгән һылтау таба. Былар хаҡында Артур үҙенең сәхифәһендә һөйләй. Уны күҙәтеп барыусылар отошло сәйәхәт итергә, интернет аша аҡса эшләргә өйрәнә. Яңы йылға блогер өс ай эсендә Европа илдәрен урап сығырға, тигән маҡсат ҡуйған.

Артур Вәхитов, Youtube белгесе: “Үҙемдең каналда мин сәхифәне нисек алып барыу, яҙылған кешеләр һанын арттырыу ысулдары тураһында һөйләйем. Интернет аша килгән килем миңә сәйәхәт итеү, яңы темалар тураһында һөйләүгә этәргес булды. Оҙаҡ уйлап торманым, әйберҙәремде йыйҙым да Сочиға юлландым. Башҡа илдәрҙе күреү, икенсе менталитетлы кешеләр менән аралашыу оҡшаны”.

Сәйәхәт өсөн хәүефле булған дәүләттәр исемлеге иғлан ителә, тиҫтәләгән ҡушымталар барлыҡҡа килә. Былар барыһы ла туристар һанын күбәйтеү өсөн. Һуңғы ваҡытта автомобиль туризмы ла үҫә. Уның менән бергә автостоп менән сәйәхәт итеүселәр күбәйә. Бер тапҡыр сәйәхәт «тәмен» тойған кеше, башҡаса унан айырыла алмай, ти Татьяна Джумма.

Татьяна Джумма, «Эшлекле коммуникациялар» онлайн мәктәбе етәксеһе: “Интернет аша эшләү миңә донъяның төрлө нөктәләренән эшләргә ярҙам итә. Ю туб канал алып барыу – клиенттарҙың һанын күтәреү өсөн генә түгел, ә аҡса эшләү ысулына ла әйләнә”.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Өфөлә йәшәүсе блогер интернет ярҙамында аҡса эшләп донъя буйлап сәйәхәт итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров