«Төҙөлөш сәғәте”ндә проблемалы йорттар буйынса юл картаһының нисек тормошҡа ашырылыуы ла ҡаралды

«Төҙөлөш сәғәте”ндә проблемалы йорттар буйынса юл картаһының нисек тормошҡа ашырылыуы ла ҡаралды https://bash.news/news/113850_tlsh_stend_problemaly_jorttar_bujynsa_yul_kartayny_nisek_tormosha_ashyrylyuy_la_araldy/?lang=bash

Мәғариф министрлығы Спорт профилендәге 5-се республика мәктәп-интернаты реконструкциялау буйынса ентекле план әҙерләгән. 1961 йылғы бина уҡытыу өсөн санитар стандарттарҙың заман талаптарына яуап бирмәй. Уҙған аҙнала төбәк башлығы Радий Хәбиров та йәш спортсыларҙың белем алыу, йәшәү шарттары менән яҡындан танышҡайны.

Объектта төҙөкләндереү эштәрен республика адреслы инвестиция программаһы объекты булараҡ 2022 йылда башлау күҙаллана. Был турала Хөкүмәт йортонда үткән «Төҙөлөш сәғәте»ндә билдәләнде. Асыҡланыуынса, 2013 йылда уҡ объектта реконструция ойоштороуға проект-смета документацияһы әҙерләнә, әммә бөгөн уға үҙгәрештәр индереү талап ителә, был да үҙенә күрә өҫтәмә ваҡыт һәм сығымдар тигән һүҙ. Радий Хәбиров киләһе йылдарҙа бюджет планлаштырғанда спорт мәктәбен төҙөкләндереүҙе иғтибар үҙәгендә тоторға ҡушты.

Ултырышта проблемалы йорттар буйынса юл картаһының нисек тормошҡа ашырылыуы ла ҡаралды. Әйтәйек, Нефтекамала «Интеграл» компанияһы төҙөй башлаған дүрт йорттоң икәүһе республика займы иҫәбенә сафҡа индерелгән. Ҡалған объекттар төҙөлөш стадияһында. Уларҙы күтәртеүгә муниципаль төҙөлөш компанияһына тағы ла бер займ алыу һәм булған кредитты рефинанслау талап ителә.

Мохтажлыҡ ойошма тарафынан ҡалала балалар баҡсаһы һәм мәктәп төҙөлә башлауға бәйле. Төбәк кимәлендә күрһәтеләсәк ярҙам Нефтекамала алданған өлөшсөләр проблемаһын тулыһынса хәл итергә булышлыҡ итәсәк.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

«Төҙөлөш сәғәте”ндә проблемалы йорттар буйынса юл картаһының нисек тормошҡа ашырылыуы ла ҡаралды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров