Иглин ауылында йәшәүсе ата-әсәләрҙең хыялы тормошҡа ашты

Иглин ауылында йәшәүсе ата-әсәләрҙең хыялы тормошҡа ашты https://bash.news/news/113851_iglin_auylynda_jshse_ataslre_xyyaly_tormosha_ashty/?lang=bash
13 ғин 2020, 23:33

Бында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы ишектәрен асылды. Балалар өсөн учреждение “Республиканың 100 йыллығына- 100 объект” һәм «Демография» милли проекты буйыса төҙөлә. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

Кескәй Айрана сағыу уйынсыҡтарҙың һәр береһен ентекләп өйрәнә. Бер туған һеңлеһе менән ашнаҡсы, һатыусы булып та уйнай. Абдуллиндар ғаиләһе ике йыл элек Өфөнән Иглин ауылына күсә. Быға тиклем сабыйҙар әсәһе менән өйҙә ултырһа, яңы балалар баҡсаһы асылыу менән улар ошонда йөрөргә хыяллана.

Иглин ауылының Яңы Иглин микрорайонында 3 меңдән ашыу кеше йәшәй, бәләкәй балалы йәш ғаиләләр ҙә байтаҡ. Мәктәп һәм балалар баҡсаһы булмау күп ҡыйынлыҡтар тыуҙыра ине, ти урындағы халыҡ. Улар был ваҡиғаны күптән көтөп ала. «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы 160 балаға иҫәпләнгән.

Сабыйҙар өсөн 8 төркөм эшләйәсәк, оҙайтылған дәрестәр, спорт секциялары, түңәрәктәр ойошторолған. Был ата-әсәләр уңайлығы өсөн башҡарыла. Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙа. Бинаның икенсе яғында мәктәп урынлашҡан. Төҙөлөш эштәре 2018 йылдың мартында башлана. Яңы бинаға барлығы 370 миллион һум финанстар йәлеп ителә.

Балалар физик яҡтан таҙа, һау-сәләмәт булып үҫһен өсөн заман талаптарына яуап биргән ике спорт залы булдырылған. Ҡыҙҙар- малайҙар бында физик күнегеүҙәр эшләп, спорт уйындарында һәм ярыштарҙа ҡатнаша аласаҡ. Мәктәп 640 уҡыусыға иҫәпләнгән. Әлеге ваҡытта класстар тупланған, ти мәктәп директоры.

Социаль учреждениеһын асыу тантанаһында мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Өфө дәүләт нефть техник университеты менән Иглин ауылының 5-се урта мәктәбе хеҙмәттәшлек итеүгә ҡул ҡуйҙы. Был киләсәктә мәктәп уҡыусыларына фәнни-ғәмәли эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирәсәк. Федераль үҙәк менән төбәктәрҙең милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу эше яҡшы һөҙөмтәләр бирә, ти Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров.

Быйыл республикала 24 балалар баҡсаһы һәм 7 яңы мәктәп төҙөү планлаштырылған. Ә Иглин ауылында асылған яҡты бинала уҡыусылар рәхәтләнеп уҡырҙар һәм күрһәткестәрен арттырырҙар, тип ышана мәктәп хеҙмәткәрҙәре.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Иглин ауылында йәшәүсе ата-әсәләрҙең хыялы тормошҡа ашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров