Талап ителмәгән осраҡта алыҫ юлға сығыуҙы кисектереп тороғоҙ

Талап ителмәгән осраҡта алыҫ юлға сығыуҙы кисектереп тороғоҙ https://bash.news/news/113852_talap_itelmgn_osrata_aly_yula_syyuy_kisekterep_toroo/?lang=bash
13 ғин 2020, 23:34

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы автоһәүәҫкәрҙәргә ошондай мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Сәбәп һауа торошоноң кинәт боҙолоуына бәйле.

Ғәҙәтттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы ебәргән мәғлүмәт буйынса республикала киләһе тәүлектәрҙә көслө буран сығыуы көтөлә.

Елдең тиҙлеге урыны менән секундына 18 метрға етеүе ихтимал. Яуым-төшөм күkәме арта, юлдарҙа – боҙлауыҡ. Шуға ла был мәлдә хәүефһеҙлек талаптарына икеләтә иғтибарлы булыу шарт.

Талап ителмәгән осраҡта алыҫ юлға сығыуҙы кисектереп тороғоҙ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров