Тәфтиш комитеты Салауат ҡалаһында баланың башына ҡыйыҡтан боҙ киҫәге төшөү осрағы буйынса тикшереү башланы

Тәфтиш комитеты Салауат ҡалаһында баланың башына ҡыйыҡтан боҙ киҫәге төшөү осрағы буйынса тикшереү башланы https://bash.news/news/113853_tftish_komitety_salauat_alaynda_balany_bashyna_yjytan_bo_kige_tsh_osray_bujynsa_tikshere_bashlany/?lang=bash
13 ғин 2020, 23:35

Күңелһеҙ ваҡиға 11 ғинуарҙа теркәлә. 7 йәшлек малайҙың башы йәрәхәтләнә.

Ауыртмаған башҡа боҙ киҫәге. 11 ғинуар иртәһендә 7 йәшлек Динислам ихатаға уйнарға сыға. Бер нисә минуттан ул өйгә ҡанға батҡан килеш әйләнеп инә

Малайға ваҡиға шаһиттары тәүге ярҙам күрһәтә. Өйгә ингәс ашығыс медицина ярҙамы саҡыртыла. Дауаханала Динисламдың башын тегергә тура килә.Ҙур бәләнән ҡалын баш кейеме генә һаҡлап ҡалған тип ҡыуана зыян күреүсенең әсәһе.

Табиптар Динисламдың баш мейеһе һелкенгән тигән ҡарашта. Һүҙҙәрен улар диагноз менән нығыта. Малайҙың яҡындары әйтеүенсә, бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән көндә өй тирәләй иҫкәртеү таҫмалары булмаған. 7 йәшлек малайҙың башына ни өсөн боҙ төшөүен асыҡлау маҡсатында беҙҙең ижади төркөм идарасы компанияға ла мөрәжәғәт итте. Улар фекеренсә, күңелһеҙ ваҡиға видеокүҙәтеү камераларында теркәлгән. Әле яҙма тикшерелә. Ойошма етәкселеге ҡаза ҡыйыҡты таҙартҡан мәлдә яуапһыҙ башҡарылған эш менән бәйле булыуын да инҡар итмәй.

Осраҡҡа тәфтиш комитеты идаралығы ла ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Ваҡиға урынында тикшереү башланған.

Салауат ҡалаһы хакимиәте лә социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ваҡиға етди күҙәтеүгә алыныуы тураһында белдерҙе. Өҫтәүенә, тикшереүгә урындағы прокуратура ла ҡушылды. Динислам өсөнсө сиректең тәүге уҡыу көндәрен өйҙә үткәрергә мәжбүр.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Тәфтиш комитеты Салауат ҡалаһында баланың башына ҡыйыҡтан боҙ киҫәге төшөү осрағы буйынса тикшереү башланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров