Башҡортостанда “Яңы йыл ғаилә уйындары”нда 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан

Башҡортостанда “Яңы йыл ғаилә уйындары”нда 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан https://bash.news/news/113898_bashortostanda_yay_jyl_ail_ujyndarynda_300n_ashyu_keshe_atnashan/?lang=bash
14 ғин 2020, 15:49

Спорт һәм күңел асыу фестивале бөтә ҡалалар һәм райондарҙа үткәрелде. Башланғыс класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре Күңелле старттар ярышында ҡатнашты. Өлкәндәр волейбол, мини-футбол, хоккей уйнаны, саңғыла шыуҙы.

Башҡортостанда “Яңы йыл ғаилә уйындары”нда 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан
Башҡортостанда “Яңы йыл ғаилә уйындары”нда 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан

Ойоштороу комитеты Әбйәлил, Баймаҡ, Благовещен, Илеш, Ишембай райондары, шулай уҡ Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларын яҡшы яҡтан билдәләй. Был аҙнала, 18 ғинуарҙа, Өфөлә “Динамо” стадионында “Яңы йыл ғаилә уйындары” финалы үтә. Унда муниципаль этапта еңгән командалар ҡатнаша.

Юлдаш
Новости партнеров