Радий Хәбиров Тәтешлелә “Хакимиәт башлығы сәғәте” ултырышын үткәрҙе

Радий Хәбиров Тәтешлелә “Хакимиәт башлығы сәғәте” ултырышын үткәрҙе https://bash.news/news/113902_radij_xbirov_tteshlel_xakimit_bashlyy_ste_ultyryshyn_tkre/?lang=bash
14 ғин 2020, 16:00

Район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев менән осрашыуҙа социаль-иҡтисади мәсьәләләр буйынса фекер алышыу булды. Һуңғы йылдарҙа Тәтешлелә мәктәп, балалар баҡсаһы, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, мәҙәниәт һарайы, торлаҡ йорттар төҙөлгән.

Радий Хәбиров Тәтешлелә “Хакимиәт башлығы сәғәте” ултырышын үткәрҙе
Радий Хәбиров Тәтешлелә “Хакимиәт башлығы сәғәте” ултырышын үткәрҙе

Рушан Гәрәев әйтеүенсә, Үрге Тәтешле ауылында яңы биҫтәләрҙең береһенә һыу үткәреү төп мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Радий Хәбиров булышлыҡ итергә вәғәҙәләне. Республика Башлығы, шулай уҡ “Башҡорт ихаталары” һәм урамдарҙы яҡтыртыу программаларын тормошҡа ашырыу барышы менән ҡыҙыҡһынды. Муниципалитет етәксеһе белдереүенсә, бөтә эштәр сифатлы һәм ваҡытында башҡарылған. Быйыл районда дүрт яңы фельдшер-акушер пункты төҙөү ҡарала. Радий Хәбиров дауалау ойошмаларын медицина белгестәре менән тәьмин итеү мәсьәләһенә иғтибар итергә ҡушты.

Юлдаш
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!
В Уфе пройдет мемориальный концерт «Свеча памяти Холокоста»