Өфөлә бөгөн иң яҡшы журналистарҙы тәбрикләнеләр

Өфөлә бөгөн иң яҡшы журналистарҙы тәбрикләнеләр https://bash.news/news/113905_fl_bgn_i_yashy_zhurnalistary_tbriklnelr
14 ғин, 16:44

Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан ошондай сара йыл һайын ойошторолоп килә. Республика Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында төрлө конкурстар, ижади бәйгеләрҙә еңеү яулаған журналистарға дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды. Ведомство етәксеһе Борис Мелкоедов конкурстарҙың мөһимлеген билдәләне.

Өфөлә бөгөн иң яҡшы журналистарҙы тәбрикләнеләр

Өфөлә бөгөн иң яҡшы журналистарҙы тәбрикләнеләр

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы сәләмәт тормош, дәүләт телдәре буйынса номинацияларҙа еңеүсе булды. Баҫманың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева һөйләй.

Өфөлә бөгөн иң яҡшы журналистарҙы тәбрикләнеләр

“Юлдаш” радиоһы Яңылыҡтар хеҙмәте терроризмға ҡаршы көрәш темаһын иң яҡшы яҡтыртҡан мәғлүмәт сараһы тип табылды. Был конкурста яңылыҡтар хәбәрселәре беренсе урын яуланы. “Әйткәндәй” тапшырыуы авторы Илнар Әхмәтгәрәев коррупцияға ҡаршы тороу темаһына арналған сығарылыштары өсөн беренсе урынға лайыҡ булды. Ирек Әхмәтшин Урман хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. “Асыҡ студия” тапшырыуы алып барыусыһы Гүзәл Ситдиҡова “Башҡортостандың 100 йыллығы”на арналған эштәр араһында “Радио” номинацияһында беренсе урын алды.

Фотоһүрәт : "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сайтынан алынды.

Юлдаш
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!
В Уфе пройдет мемориальный концерт «Свеча памяти Холокоста»