Тәтешле районы Иҫке Күрҙем ауылында быйыл 50 урынлыҡ балалар баҡсаһы асыла

Тәтешле районы Иҫке Күрҙем ауылында быйыл 50 урынлыҡ балалар баҡсаһы асыла https://bash.news/news/113919_tteshle_rajony_ike_krem_auylynda_byjyl_50_urynly_balalar_basay_asyla/?lang=bash
14 ғин 2020, 18:31

Объектта төҙөлөш эштәре менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре барышында танышты. Яңы балалар баҡсаһы былтыр августа һалына башлаған.

Проект буйынса уны июлдә файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған. Заманса талаптарға яуап биргән мәктәпкәсә учреждениела физкультура, музыка залдары, медицина һәм аш бешереү бүлектәре була. Объекттың әле стеналары күтәрелә. Уны сафҡа индереүгә 95 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелә. Финанслау республика маҡсатлы социаль программалар фондынан бүленгән.

Төбәк етәксеһе Үрге Тәтешлеләге яуаплылығы сикләнгән «Мегабит» йәмғиәтендәге эштәр менән танышты. Гараж, пилорама һәм етештереү цехтарынан торған комплекста йөҙҙән ашыу кеше эшләй. Бында картография, геодезия өсөн приборҙар эшләп сығарыла. Предприятие пилотһыҙ осоусы аппарат ярҙамында ауыл хужалығы ерҙәрен һәм урмандарҙы аэро фото һәм видеоға төшөрөү хеҙмәте лә күрһәтә.

Тәтешле районы удмурттар күпләп йәшәгән төбәк. Район мәҙәниәт йортонда Удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге эшләп килә. Тел, милли йолаларҙы һаҡлау һәм тергеҙеү йүнәлешендә ижади ойошма ағзалары әүҙем эш алып бара.

Тештәрҙе бала саҡтан һаҡларға. Былтыр төбәк башлығы ҡарары менән «Ҡанатлан» төбәк проекты сиктәрендә республика мәктәптәрендә стоматология кабинеттары булдырылды. Тәтешленең беренсе мәктәбендә теш дауалау өсөн махсус бүлмә күптән түгел генә асылған. Заманса йыһазландырылған стоматология кабинеты бер нисә белем усағынан уҡыусыларҙы ҡабул итергә иҫәпләнгән.

Тәтешле районы Иҫке Күрҙем ауылында быйыл 50 урынлыҡ балалар баҡсаһы асыла

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!