Бөйөк еңеү байрамына Өфө тимер юлы вокзалында фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә һәйкәл асыла

Бөйөк еңеү байрамына Өфө тимер юлы вокзалында фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә һәйкәл асыла https://bash.news/news/113920_bjk_ee_bajramyna_f_timer_yuly_vokzalynda_fronta_kitkn_yatashtaryby_itlegen_jkl_asyla/?lang=bash
14 ғин 2020, 18:31

Мәсьәлә бөгөн республика хөкүмәте президиумы ултырышында ҡаралды. Байрамдың төп саралары 8-9 майға тура килә. Өфөлә сәнғәт оҫталарының ҙур концерты ойошторола. «Үлемһеҙ полк» үткән мәлдә иһә тынлы оркестрҙар марш-парады ла уҙғарыла. Быйыл колоннаның башында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙың яҡындарына урын бирелә. Кискеһен «Торатау» конгресс-холлы амфитеатрында «Йырыбыҙ Еңеү тураһында» тип аталған концерт, хор флеш мобы, лазер шоуы һәм салют ойоштороу күҙаллана.

Андрей Назаров, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары: “Республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә , ҡалаларҙа күләмле саралар уҙғарыу планға индерелгән. Был көндөң ҙур һәм әһәмиәтле байрам булыуын айырыуса билдәләр инем. Шуға ла сараларҙың ойоштороу кимәленән сығып, хөрмәтле ветерандарыбыҙға, республикаға ҡараш буласаҡ. Ата-бабаларыбыҙ яулаған еңеүҙәргә ҡарап беҙҙең мөнәсәбәт баһаланасаҡ”.

Бынан тыш, республикала Бөйөк Ватан һуғышы һәм инвалидтарын шәхси ҡараусы тәғәйенләү мөмкинлеге өйрәнелә. Республикала әле бындай ярҙамға мохтаж 69 кеше иҫәпләнә. Бынан тыш, тиҙҙән Башҡортостанда льготалы такси хеҙмәте барлыҡҡа киләсәк.

Ленара Иванова, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры: “Һөҙөмтәлә беҙҙе айырым телефон линияһы барлыҡҡа киләсәк. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Ленинград блокадаһында ҡалыусылар, фашист концлагерҙары тотҡондары бөтәһе барлығы мең ярым кеше түләүһеҙ, ә инвалидттар льготалы шарттарҙа бушлай такси хеҙмәте менән файҙалана аласаҡ. Уның эсенә 250 һумдан айына 4 сәфәр тура киләсәк”.

Бөйөк еңеү байрамына Өфө тимер юлы вокзалында фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә һәйкәл асыла

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!