«Яңылыҡтар» тапшырыуының баш белгесе Гөлдәриә Йосопова Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан ҙур награда менән бүләкләнде

«Яңылыҡтар» тапшырыуының баш белгесе Гөлдәриә Йосопова Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан ҙур награда менән бүләкләнде https://bash.news/news/113922_yaylytar_tapshyryuyny_bash_belgese_gldri_josopova_rsj_matbuaty_kn_uajynan_ur_nagrada_menn_blklnde/?lang=bash
14 ғин 2020, 18:33

Рәсәй Матбуғаты көнө айҡанлы бөгөн Өфөлә тантаналы сара үтте. Йыл дауамында лайыҡлы эшләгән ваҡытлы матбуғат, полиграфия, нәшриәт һәм электрон мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Бүләкләнеүселәр араһында «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы вәкилдәре күп булды. Улар араһында хеҙмәттәшебеҙ, «Яңылыҡтар» тапшырыуы баш белгесе Гөлдәриә Йосопова ла бар. 30 йыл ғүмерен журналистика өлкәһенә арнаған хеҙмәттәшебеҙ «Намыҫ. Дәрәжә. Профессионаллек» тип исемләнгән Почет билдәһе менән бүләкләнде.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

«Яңылыҡтар» тапшырыуының баш белгесе Гөлдәриә Йосопова Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан ҙур награда менән бүләкләнде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!