Өфөлә старт алған экологик акция сиктәрендә һигеҙ йөҙҙән ашыу ылыҫлы ағас икенсел эшкәртеүгә ҡабул ителгән

Өфөлә старт алған экологик акция сиктәрендә һигеҙ йөҙҙән ашыу ылыҫлы ағас икенсел эшкәртеүгә ҡабул ителгән https://bash.news/news/113954_fl_start_alan_ekologik_akciya_siktrend_ige_jn_ashyu_ylyly_aas_ikensel_eshkrteg_abul_itelgn/?lang=bash
15 ғин 2020, 10:26

«Шыршыларҙы - юнысҡыларға». Сарала бигерәк тә Дим һәм Ленин райондары халҡы әүҙемлек күрһәткән. Ҡупшыҡайҙарҙы ҡасанға тиклем һәм ҡайҙа тапшырырға мөмкин? БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Күҙ асып йомғансы метр ярымлыҡ ҡупшыҡай юнысҡыға әйләнде. Махсус ҡулайлама ит үткәргесте хәтерләтә, механизм юғары тиҙлек менән эшләй. Сәғәтенә ике йөк машина ылыҫлы ағасты йота ала. Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы уҙған ял көндәренән башлап йәшел энәлеләрҙе ҡабул итә башлаған. Әлегә эш күләме ҙур түгел.

Искәндәр Фәйрушин, «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» предприятиеһы урмансыһы: “Кисә кистән бер-ике машина килгәйне, иртәгәнән күп килә башлайҙарҙыр, сөнки Иҫке Яңы йыл да үтте. Ваҡлаусы машина яҡшы эшләй, сәғәтенә 12-15 кубометр эшкәртә”.

Әлегә участкаға биш машина ылыҫлы ағастар килтерелгән. Шуныһы борсоуға һала, был ҡупшыҡайҙарға Яңы йыл байрамдарында йорт биҙәге булырға яҙмаған. Улар ни бары эшҡыуарҙарҙың һатылмай ҡалған тауары.

Аҡса артынан ҡыуыусылар иҫәп-һанға иғтибар итмәй, күрәһең, ун-ун биш йыллыҡ ағастар тамыры менән тиерлек юҡҡа сығарыла. Хәйер, улар ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына ташланмай, ә икенсел эшкәртеүгә ебәрелә. Хужалыҡта юнысҡыларға ихтыяж юғары.

Фидан Ғибәҙуллин, «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» предприятиеһы урмансыһы: “Ваҡланған шыршы онтағын Кушнаренко районындағы питомникҡа ебәрәбеҙ. Ерҙе туҡландырыу өсөн ҡулланыла, ағастар ултыртҡанда күп файҙалана”.

Предприятие белгестәре билдәләүенсә, сеймалдың бер өлөшө Өфө вольерында ҡулланыла. Хайуандарға йылы түшәк. «Шыршыларҙы-юнысҡыларға» акцияһы сиктәрендә граждандарҙан ҡабул ителгән ҡупшыҡайҙар ағас эшкәртеү заводына ла ебәрелә. Шулай уҡ йәшел энәлеләрҙең ваҡланған киҫәктәрен ҡаланың балалар экология-биология үҙәге белгестәре ландшафт дизайнда һәм рауза сәскәләрен һыуыҡтан һаҡлау өсөн файҙалана.

Фирҙәүес Фазылйәнова, Өфөнөң балалар экология-биология үҙәге бүлеге мөдире: “Файҙаһы бик күп, хәҙер беҙ уларҙың бер өлөшөн киптерәбеҙ, яҙ көнө түтәлдәрҙәге дымды һаҡлау өсөн ҡулланабыҙ. Ә инде ҡышҡа ҡарай, ул ҡайһы бер үҫемлектәрҙе һыуыҡтан һауа торошонан һаҡлай. Әммә файҙаналанғанда бик ипле булырға кәрәк, сөнки уның аҫтындағы тупраҡтың әселеге арта”.

«Шыршыларҙы - юнысҡыларға» экологик акцияһы дауам итә. 18 һәм 19 ғинуарҙа Өфөлә йәнә ҡупшыҡайҙарҙы тапшырырға мөмкин. Ҡабул итеү пункттары менән баш ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында танышырға була. Шулай уҡ Дим биҫтәһендә күсмә шыршымобиль йөрөйәсәк.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфөлә старт алған экологик акция сиктәрендә һигеҙ йөҙҙән ашыу ылыҫлы ағас икенсел эшкәртеүгә ҡабул ителгән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!