Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе ғаилә торлаҡ мәсьәләһенә зарлана

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе ғаилә торлаҡ мәсьәләһенә зарлана https://bash.news/news/113955_yrmyaly_auylynda_jshse_ail_torla_mslen_zarlana/?lang=bash

Йәш ғаилә булараҡ федераль бюджеттан уларға аҡса бүленә. Ләкин подрядсы ойошма менән килеп сыҡҡан аңлашылмаусанлыҡ яңы йортҡа күсеү ваҡытын тотҡарлай. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Чектар урынына, ябай ҡағыҙға яҙылған эш күләме, хаҡтар. Глүзә Ғәйепҡолова 4 бала әсәһе. Был участокты улар «Әсәлек капиталы»на һатып ала. Әммә иҫке йортта бәләкәй балалар менән йәшәү мөмкин түгел ине, ти йәш әсә. Шуның өсөн «Торлаҡ» федераль проекты буйынса йортто яҡшыртыуға субсидия ала. Иҫке бина һүтелеп, урынына яңыһы төҙөлә башлай. Әммә ханым подрядсы ойошманың эшенә ризаһыҙлыҡ белдерә.

Төҙөлөш эштәре килешеүгә ярашлы көҙ башлана. Нигеҙ һалына, өй бураһы күтәрелә, ишек һәм тәҙрәләр ҡуйыла.

Иҫке йортто һүтеү менән Ғәйепҡоловтар ғаиләһе ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәргә мәжбүр. Унда эҫе һыу булмау һәм ай һайын аҡса түләп тороу ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, ти Глүзә ханым. Мәсьәләне асыҡлау маҡсатында подрядсы ойошмаға мөрәжәғәт иттек. Компания директоры килешеү буйынса барлыҡ эштәрҙе башҡарҙыҡ тип яуаплай.

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаның маҡсатлы файҙаланылыуын тикшерә. Әлеге ваҡытта махсус комиссия тикшереү үткәрә, кәрәкле документтарҙы туплай.

Айҙар Саяпов, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең юридик бүлеге етәксеһе: “Килешеүҙә ҡаралмаған эштәр подрядсы тарафынан тормошҡа ашырылмаған осраҡта хакимиәт эштәрҙе башҡарыу буйынса саралар күреүҙе мәжбүр иттерәсәк”.

Яңы йылға иркен йортҡа күсергә хыялланған күп балалы ғаилә әлегә ҡуртымға алынған фатирҙа ҡала. Ваҡиғалар үҫешен беҙҙең ижади төркөм күҙәтеп барасаҡ.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе ғаилә торлаҡ мәсьәләһенә зарлана

БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!