Өфө студенттары Рәсәй Уорлд скилс V асыҡ чемпионатында «ювелир эше», «график дизайны» һәм видео төшөрөү оҫталығында еңгән

Өфө студенттары Рәсәй Уорлд скилс V асыҡ чемпионатында «ювелир эше», «график дизайны» һәм видео төшөрөү оҫталығында еңгән https://bash.news/news/113956_f_studenttary_rsj_uorld_skils_v_asy_chempionatynda_yuvelir_eshe_grafik_dizajny_m_video_tshr_otalyynda_egn/?lang=bash
15 ғин 2020, 10:29

Буласаҡ ювелирҙар. Өфөнөң һынлы сәнғәт һәм гуманитар колледжы студенттары «Йәш һөнәрмәндәр» Рәсәй Уорлд скилс V асыҡ чемпионатында «ювелир эше», «график дизайны» һәм видео төшөрөү оҫталығында призлы урындар яулаған. Ювелир һөнәре серҙәренә төшөнөү ысулдарын БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде.

Эвелина Йәнғлишеваның ҡулында «Йәш һөнәрмәндәр» Уорлдскилс чемпионатында яулаған беренсе алтын миҙал. Бындай уңышҡа беҙ уҡытыусым менән бергәләп килдек. Ювелир һөнәренә өйрәтеүсе Ландыш Раиҡ ҡыҙы беҙҙе металлды яратырға, ижади проекттарҙы айырыуса тырышлыҡ менән тормошҡа ашырырға өйрәтә, ти.

Эвелина Йәнғлишева, Өфө һынлы сәнғәт һәм гуманитар колледжының 2-се курс студенты: “Чемпионат өс көн дауам итте. Беҙгә билдәле ваҡыт эсендә ювелир һөнәрендә ҡулланылған алымдарҙы тулыһынса эшләп күрһәтергә кәрәк ине. Еңеүгә ышанысым көслө булды”.

Был кабинетта икенсе курс студенттары ювелир һөнәренә өйрәтеүсе педагог Ландыш Ахунованан теоретик һәм практик күнекмәләр ала. Нисек кенә булмаһын, буласаҡ ювелир ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтерергә, металл менән эшләүҙә юғары оҫталыҡҡа ирешергә тейеш.

Ювелир эшендә теүәллек һәм түҙемлек талап ителә. Алҡаның төп детален тимер бысҡы ярҙамында селтәр эшләйбеҙ. Ярышта ошо селтәрҙе киҫеүгә ярты сәғәттән ашыу ваҡыт талап ителә.

Бында белем алған студенттарға бөгөн биҙәнеү әйберҙәрен уйлап сығарыу бер ни түгел. Тик ювелир әйберҙәрен эшләү өсөн оригиналь сәнғәт концепцияһы талап ителә.

Надежда Малых, Өфө һынлы сәнғәт һәм гуманитар колледжының 2-се курс студенты: “Был орнаментты беләҙек итеп ҡулланырға мөмкин. Нағышлауға биш сәғәт ваҡыт китте”.

Ә идеяларҙы тормошҡа ашырыу, донъяға танытыу өсөн колледж студенттары композицияны техник яҡтан ғәмәлгә ашыра белеү оҫталығына ла эйә булырға тейеш.

Миңлегөл Дәүләтова, таш эшкәртеү һәм ювелир һөнәрҙәренә өйрәтеүсе уҡытыусы: “Үҫмерҙәр был һөнәрҙәр менән бик ҡыҙыҡһыналар. Ҡул эштәрендә теория менән практикаға таянып эш итәләр. Был һөнәрҙә улар юғары уңыштарға ирешә ала”.

Был үҫмерҙәр башлыса латунь, мельхиор менән эшләргә өйрәнә. Улар ювелир эшенә бөтә күңелеңде һалып, тырышып эшләргә кәрәклеген яҡшы аңлай. Һәр студент үҙенә генә хас ижади концепцияны техник яҡтан дәлилләп, үҙенең һөнәри оҫталығын төрлө ижади конкурстар аша раҫлай ала.

Никита Исаев, Өфө һынлы сәнғәт һәм гуманитар колледжының 2-се курс студенты: “Миңә бында бөтәһе лә оҡшай. Яҡшы ювелир булыр өсөн өс йыл да ун ай белем алырға тейешмен”.

Өфө һынлы сәнғәт һәм гуманитар колледжында ювелир һөнәре серҙәренә төшөнөүсе йәштәрҙең төбәк конкурсында алтын миҙал яуалаған эштәрен әлегә бөтәһе лә күрә алмай. Сөнки Рәсәй финалына сыҡҡансы көсөргәнешле ярыш дауам итә. Киләһе чемпионат Екатеринбург ҡалаһында үтә. Башҡортостандың йәш һөнәмәндәренә ювелир компетенцияһы буйынса ярыштарҙа уңыштар теләйек.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфө студенттары Рәсәй Уорлд скилс V асыҡ чемпионатында «ювелир эше», «график дизайны» һәм видео төшөрөү оҫталығында еңгән

БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!