Кисә һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында сираттағы әҙәби сара үтте

Кисә һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында сираттағы әҙәби сара үтте https://bash.news/news/113957_uyrar_sn_respublika_maxsus_kitapxanaynda_bgn_sirattay_bi_kis_tte/?lang=bash
15 ғин 2020, 10:30

Был юлы сара башҡорт классигы Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналды. Осрашыуҙа әҙиптең тормош һәм ижад юлына ҡыҫҡаса байҡау яһалды. Халыҡҡа киң билдәле шиғырҙарынан өҙөктәр яңғыраны.

Егерменсе быуат башы, ғөмүмән, әҙәбиәт өсөн генә түгел, башҡорт шиғриәтенең дә үҫеш ваҡыты. Шәйехзада Бабичтың ижад юлы ун йылдан да кәм булыуға ҡарамаҫтан, исеме тарих биттәренә яҙыла. Уның әҫәрҙәре бөгөн дә халыҡ хәтерендә, мәңгелек ижад иҫәбендә.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Кисә һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында сираттағы әҙәби сара үтте

БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!