Башҡортостан Рәссамдар союзының бәләкәй күргәҙмә залында йәш рәссам Резеда Таһированың күргәҙмәһе асылды

Башҡортостан Рәссамдар союзының бәләкәй күргәҙмә залында йәш рәссам Резеда Таһированың күргәҙмәһе асылды https://bash.news/news/113958_bashortostan_rssamdar_soyuzyny_blkj_krgm_zalynda_jsh_rssam_rezeda_tairovany_krgme_asyldy/?lang=bash
15 ғин 2020, 10:34

Һынлы сәнғәттә башҡорт халҡының матди мәҙәниәте. Был юлы һынлы сәнғәт һөйөүселәргә йәш рәссам Резеда Таһированың ижади эштәре күргәҙмәгә сығарылды. «Тыуған йорттоң йылыһы» исеме аҫтында ул картиналарында ата-бабаларҙың көнкүреш әйберҙәрен сағылдырырға тырышҡан. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Резеда Таһированың был күптән түгел тамамлаған картинаһы. Тәү ҡарашҡа ябай. Бер үк мәлдә үҙенсәлекле лә. «Ваҡыт ептәре» тип исемләнгән ижад емешендә рәссам ҡул оҫталарының эшен берләштерергә тырышҡан. Иң ныҡ күҙгә ташланғаны билдәле «Зингер» теген машинаһы, йөн теткес һәм орсоҡ. Хәҙер улар халыҡта бик үк ҡулланылмай ҙа тиерлек. Картина 3Д форматта төшөрөлгән тиһәң дә була. Кәтүктә мәҫәлән, тетелгән мамыҡ ҡабарып тора.

Юҡҡа ғына, Резеда сираттағы күргәҙмәгә экспозицияһын «Тыуған йорттоң йылыһы» тип атамаған. Бар эштәрендә лә ата-бабаларҙың үткәне сағыла. Быға рәссамдың бай тәбиғәтле Белорет районында тыуып-үҫеүе лә булышлыҡ иткән.

Шуға ла Башҡортостан Рәссамдар союзының бәләкәй күргәҙмә залында асылған экспозиция һәр кемдең күңеленә хуш килер тигән теләктә ҡала йәш ҡыл ҡәләм оҫтаһы. Бөгөн күргәҙмәгә килеүселәр ижадсының эшендә ата-әсә тәрбиәһе, тыуған яҡтың һөйөүе ярылып ятыуын билдәләне.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башҡортостан Рәссамдар союзының бәләкәй күргәҙмә залында йәш рәссам Резеда Таһированың күргәҙмәһе асылды

БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!