Башҡортостанда тағы бер һөт кухняһы асыла

Башҡортостанда тағы бер һөт кухняһы асыла https://bash.news/news/113968_bashortostanda_tay_ber_t_kuxnyay_asyla/?lang=bash
15 ғин 2020, 11:34

Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, предприятие Сибай ҡалаһында эш башлай. Уҙған йылда һөт кухнялары Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский һәм Белоретта булдырылды. Уға тиклем Өфөлә асылды.

Башҡортостанда тағы бер һөт кухняһы асыла
Башҡортостанда тағы бер һөт кухняһы асыла

Һөт кухнялары етештергән продукцияны таратыу өсөн 63 урын бар. Республика башлығы Радий Хәбиров балаларҙың туҡланыу сифатына иғтибарҙы арттырырға ҡушты, һөт кухняларының мөһим булыуын билдәләне.

Юлдаш
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!
В Уфе пройдет мемориальный концерт «Свеча памяти Холокоста»