Межгорье ҡалаһында янғындан 20 кешене аралап ҡалған почтальонға дәүләт наградаһы тапшырыласаҡ

Межгорье ҡалаһында янғындан 20 кешене аралап ҡалған почтальонға дәүләт наградаһы тапшырыласаҡ https://bash.news/news/113994_mezhgore_alaynda_yanyndan_20_keshene_aralap_alan_pochtalona_dlt_nagraday_tapshyrylasa/?lang=bash
15 ғин 2020, 15:16

Республика башлығы Радий Хәбиров ьыл хаҡта социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.

Межгорье ҡалаһында янғындан 20 кешене аралап ҡалған почтальонға дәүләт наградаһы тапшырыласаҡ
Межгорье ҡалаһында янғындан 20 кешене аралап ҡалған почтальонға дәүләт наградаһы тапшырыласаҡ

"Мин уны лайыҡлы бүләкләү тураһында күрһәтмә бирҙем. Бүләкләү ваҡытында беҙ ул ҡыйыу ҡатын менән күрешәсәкбеҙ һәм мин уға рахмәттәремде шәхсән белдерергеә ниәтләйем", - тип яҙған Радий Хәбиров.

Был ваҡиға яңыраҡ була. Ҡатын кеше почта таратып йөрөгән ваҡытта йорттарҙың береһендәге фатирҙың төтөнгә сорналғанын күрә. Икенселәр ҡотҡарыусылар саҡыртҡан мәлдә ул фатир һайын йөрөп кешеләрҙе иҫкәртеп сыға. Электр утын һүндергәндән һуң оло йәштәге пенсионер әбейҙе тышҡа алып сығыша. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығынан был ҡыйыу ҡатынға рәхмәт белдергәндәр.

Юлдаш
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!
В Уфе пройдет мемориальный концерт «Свеча памяти Холокоста»