Уҙған тәүлектә республика юлдарында туғыҙ авария теркәлгән

Уҙған тәүлектә республика юлдарында туғыҙ авария теркәлгән https://bash.news/news/114012_uan_tlekt_respublika_yuldarynda_tuy_avariya_terklgn/?lang=bash
15 ғин 2020, 21:56

Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә республика юлдарында туғыҙ авария теркәлгән, уларҙа ике кеше һәләк булған, етәүһе йәрәхәтләнгән.

Һамар - Өфө - Силәбе трассаһының 1517-се километрында Силәбенән килгән «ГАЗ» йөк машинаһы алда барған транспортты уҙырға маташҡанда ҡаршы юлдағы 10-сы моделгә барып бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителенең тиҙ ярҙам хеҙмәте килеп еткәнсе ғүмере өҙөлә.

Белорет районында «Джодж Калибер» автомобиле водителе идара итеү һәләтен юғалтып юл ситенә сығып түңкәрелә. Төмән өлкәһенән килгән 55 йәшлек водитель шулай уҡ ваҡиға урынында һәләк булған. Осраҡ буйынса тикшереү бара.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Уҙған тәүлектә республика юлдарында туғыҙ авария теркәлгән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет