Ишембай, Мәләүез һәм Күмертау үҙәк район дауаханалары нигеҙендә офтальмология үҙәктәре ойошторола

Ишембай, Мәләүез һәм Күмертау үҙәк район дауаханалары нигеҙендә офтальмология үҙәктәре ойошторола https://bash.news/news/114180_ishembaj_mlez_m_kmertau_k_rajon_dauaxanalary_nigeend_oftalmologiya_ktre_ojoshtorola/?lang=bash
17 ғин 2020, 23:45

Сибай ҡала дауаханаһындағы күҙ ауырыуҙары бүлеге өҫтәлмә ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Был турала бөгөн "Сәләмәтлек" сәғәте кәңәшмәһендә билдәләнде. Проектты ғәмәлгә ашырыу Өфөнән алыҫ урынлашҡан райондар халҡына сифатлы офтальмология ярҙамы күрһәтеүҙе тәьмин итәсәк.

Өфөнөң күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты, "Аллоплант" күҙ микрохирургияһы үҙәгенең даны тотош донъяға таралған. Әммә медициналағы алдынғы ҡаҙаныштар менән алыҫ райондарҙа йәшәүселәр файҙалана алмай. Һуңғы ваҡытта пациенттар хатта күҙ табибына күренеү өсөн Ырымбур өлкәһенә юлланыуҙы хуп күрә икән. Көньяҡ райондарҙа офтальмология хеҙмәтен камиллаштырыу төбәктә күҙ ауырыуҙарын дауалау сифатын күтәрергә мөмкинлек бирәсәк тигән фекерҙә кәңәшмәлә ҡатнашыусылар.

Башҡортостанда шулай уҡ янбаш һөйәген һындырған оло йәштәгеләргә операциялар яһала башлай. Әле бындай ауырыуҙар оҙаҡ ваҡыт сират көтөргә мәжбүр. Әле был төр хирургия ярҙамына можтаждар исемлегендә 500 кеше иҫәпләнә. Операция тәүге ике тәүлек эсендә эшләнеүе мөһим. Ваҡытында ярҙам күрһәтелмәгәндә кеше хәрәкәт итеү мөмкинлеген юғалта һәм инвалидҡа әйләнә. Янбаш һөйәген һындырыусыларға операция үткәреүгә республика ҡаҙнаһынан 60 миллион һум аҡса бүленә.

Кәңәшмә барышында шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итеү юлдары ҡаралды. Фекер алышыу барышында Радий Хәбиров шулай уҡ яңы йыл байрамдары мәлендә эсенә бысаҡ ҡаҙалған ауырлы ҡатынды һәм уның сабыйын ҡотҡарған табиптар төркөмөн бүләкләргә ҡушты.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Ишембай, Мәләүез һәм Күмертау үҙәк район дауаханалары нигеҙендә офтальмология үҙәктәре ойошторола

БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет