Өфө районынан етем егет унынсы йыл фатир ала алмай

Өфө районынан етем егет унынсы йыл фатир ала алмай https://bash.news/news/114184_f_rajonynan_etem_eget_unynsy_jyl_fatir_ala_almaj/?lang=bash
17 ғин 2020, 23:57

Унынсы йыл торлаҡ алыуға сиратта. Өфө районынан Ринат Исхаҡов етем бала булараҡ дәүләттән квадрат метрҙар менән тәьмин ителергә тейеш. Был турала ыңғай суд ҡарарҙары ла бар. Әммә 24 йәшен тултырған егет өсөн был мәсьәлә мәңге хәл ителмәҫ төҫлө. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Ринат Исхаҡов бишенсе йыл баш ҡалала ҡуртымға фатир алып йәшәй, айлыҡ түләүҙәр ун өс мең һум тәшкил итә. Ә бит был сығымдар булмаҫ та ине, әгәр егеткә закон буйынса ҡаралған квадрат метрҙар бүленһә. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала булараҡ ул дәүләттән торлаҡ алыуға сиратта тора.

Ринат Исхаҡов: “Ун йыл фатир көтәм, һаман бирмәйҙәр. Йөрөй-йөрөй хәл бөттө. Былай адвокат ялларға эш хаҡым бәләкәй”.

Өфө районы хакимиәте торлаҡ бүлеү мәсьәләһен 9 айға кисектереп тороу яҡлы була, хәйер, сираттағы суд ҡарары ла үҙгәрешһеҙ ҡала - егет квадрат метрҙар менән тәьмин ителергә тейеш. Билдәле булыуынса, Ринат Исхаҡовтың ваҡытлыса теркәлгән йортонда янғын булған, унда бөгөн йәшәү мөмкин түгел.

Рима Әхмәтвәлиева, Ринат Исхаҡовтың апаһы: “Нисек бар шулай ярҙам итергә тырышам, бөтә инстанцияларҙа йөрөнөк, бар ерҙә лә формаль яуап. Хакимиәттән беҙгә аҡса юҡ тиҙәр, фатир бер өс-дүрт йылдан була тиҙәр. Судтың ҡарарҙары бар, барыһын да ла улар ыңғай”.

Опека һәм попечителлек бүлегендә Ринат Исхаҡовтың торлаҡҡа мохтаж булыуы хаҡында беләләр. Барлыҡ йөкләмәләр ҙә үтәләсәк. Район хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, егет ғаризаны тик 2017 йылдың майында ғына яҙған

Виталий Чунарев, Өфө районы хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге етәксеһе: “Ринат Исхаҡов реестрҙа 23-сө булып килә. Торлаҡ менән ул сират тәртибе буйынса тәьмин ителәсәк. Әлегә беҙҙең ҡарамаҡта башҡарылмаған тағы ла туғыҙ суд ҡарары бар”.

2020 йылға Өфө районына етемдәргә торлаҡ алыуға федераль һәм республика ҡаҙналарынан яҡынса 18 миллион һум аҡса бүленгән, был суммаға ун алты фатир алыу планлаштырылған. Бәхетле исемлеккә Ринат Исхаҡов эләгерме-юҡмы - опека һәм попечителлек бүлегенән теүәл генә яуап булманы. Хәйер, егет киләсәккә ышанысын юғалтмай, бөгөн ул законлы никахҡа инде.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфө районынан етем егет унынсы йыл фатир ала алмай

БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет