Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активистары Радий Хәбиров менән осрашты

Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активистары Радий Хәбиров менән осрашты https://bash.news/news/114217_bt_rsj_xaly_fronty_aktivistary_radij_xbirov_menn_osrashty/?lang=bash
18 ғин 2020, 21:51

Ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк өсөн көрәшеүселәр. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активистары Радий Хәбиров менән осрашып, республикала йәшәүселәрҙе борсоған мөһим мәсьәләләр тураһында фекер алышты.

Осрашыуҙа йәмәғәт хәрәкәте вәкилдәре уҙған йыл ойошторолған рейд һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Юлдарҙың сифатына бәйле һорауҙар күтәрелде. Төп дәғүәләр авария хәлендәге яңы торлаҡҡа бәйле. Бөгөн,хатта, бер нисә йыл элек кенә файҙаланыуға тапшырылған йорттарҙа ла йәшәү мөмкин түгел. Проблема төҙөлөштөң тупаҫ етешһеҙлектәр менән алып барылыуына бәйле.

Бындай осраҡтар асыҡланғанда, тикшереү эштәренә хоҡуҡ һағындағылар йәлеп ителә. Шулай уҡ Бөтә Рәсәй Халыҡ фронты активистары граждандарҙан сүп-сар реформаһына ҡағылышлы ялыуҙар булыуын, яңы полигондар төҙөлөшө талап ителеүен дә билдәләне.

Виталий Брыкин, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе: “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн бөтә полигондар ҙа тулған. Яңыларын төҙөргә кәрәк. Беҙ полигон милекселәренә мөрәжәғәт итеп, картанан ситкә сыҡмаҫҡа һораныҡ. Прокуратура ярҙамы менән был талап та үтәлә”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активистары Радий Хәбиров менән осрашты

БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет