Баймаҡта йылҡысылыҡ тармағы йылдам үҫешә

Баймаҡта йылҡысылыҡ тармағы йылдам үҫешә https://bash.news/news/114225_bajmata_jylysyly_tarmay_jyldam_esh/?lang=bash
18 ғин 2020, 22:27

Баймаҡ йылҡысылыҡ йүнәлешендә үҫешкән район һынала. Шулай уҡ башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү, уларҙың генофондын һаҡлап ҡалыуға төрлө яҡлап булышлыҡ итеүсе төбәк булараҡ та билдәле. Башҡорт тоҡомло аттарҙың киләсәге һәм малдарға ҡағылышлы проблемалар хаҡында урындағы фермерҙар түңәрәк өҫтәл артында фекер алышты.

Һуңғы йылдарҙа Урал аръяғы райондарында йылҡысылыҡ тармағы йылдам үҫешә. Аттар һаны ишәйгән һайын проблемалар ҙа арта бара. Был бигерәк тә беҙҙең ерлеккә хас башҡорт тоҡомло аттарға ҡағыла. Күп хужалыҡтарҙа йылҡыны теркәмәү, ситтән сифаты булмаған мал һатып алыу ҙур борсоу тыуҙыра.

Башҡорт тоҡомло аттар үҙҙәренең сыҙамлылығы, юғары сифатлы ите һәм ҡымыҙы менән айырылып тора. 2011 йылдан алып ,,Ирәндек,, тибы башҡорт тоҡомло аттарын үрсетеү, ҡымыҙ етештереү менән шөғөллөнәүсе Фәнис Кәримов был юҫыҡта ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшкән етәксе.

Шулай уҡ кәңәшмәлә йылҡы малын тамғалау, көтөүлектәр, яҙ-йәй айҙарында халыҡтың бесәнлектәренә малды индермәү, улар менән бәйле юл-транспорт фажиғәләрен булдырмау проблемалары ла күтәрелде. Ошо арала төбәктә республика ауыл хужалығы министрлығы ҡатнашлығында йылҡысылыҡ тармағы менән шөғөлләнеүселәрҙең конференцияһын ойоштороу күҙаллана.

Баймаҡта йылҡысылыҡ тармағы йылдам үҫешә

БСТ
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет