Башҡортостан тарихында тәүге тапҡыр район хакимиәтенә ҡатын-ҡыҙ етәксе итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан тарихында тәүге тапҡыр район хакимиәтенә ҡатын-ҡыҙ етәксе итеп тәғәйенләнде https://bash.news/news/114384_bashortostan_tarixynda_tge_tapyr_rajon_xakimiten_atyny_etkse_itep_tjenlnde/?lang=bash
21 ғин 2020, 22:06

Ҡыйғы районын быға тиклем Учалы районы хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары булып эшләгән Зөһрә Гордиенко етәкләйәсәк. Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре барышында урындағы депутаттар советын яңы етәксе менән таныштырҙы. Төбәкте быға тиклем етәкләгән Шамил Мөхәмәтдиновты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне. Артабан ул Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙа эшләйәсәк. Республика башлығы мәғариф объекттарында булды һәм халыҡ активистары менән осрашты. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева репортажында.

Радий Хәбировтың төньяҡ көнсығыш райондарының береһенә бөгөнгө эш сәфәрен былтырғы килеүенең һөҙөмтәһен барлау һәм яңы бурыстар билдәләү тип әйтергә мөмкин. Сөнки төбәк башлығы Ҡыйғыла былтыр апрель айында булғайны. Шулай ҙа иң мөһим яңылыҡ ул районды яңы башлығы менән таныштырыу булғандып. Артабан районды яңы башлыҡ етәкләйәсәк.

Былтыр балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенә ремонт талап ителеүе билдәләнгәйне. Республика һәм урындағы ҡаҙнанан спорт мәктәбенә 17миллион һум аҡса бүленгән. Әле үҙәктең ҡыйығы ябыла, тәҙрәләре алмаштырыла, бассейн төҙөкләндерелә,иҙән яңынан түшәлә һәм инженер селтәрҙәре яңыртыла.

Спорт үҙәге көньяҡ-көнсығыш зонала тәүгеләрҙән булып 1997 йылда асылған.Бында туғыҙ йүнәлеш буйынса спорт секциялары эшләй. Балалар ремонт ваҡытында лицей һәм башҡа мәғариф учреждениеларында шөғөлләнә. Спорт мәктәбе яҡынса бер айҙан асылыр тип көтөлә.

Ғөмүмән, Ҡыйғы спортсылар төбәге тип әйтергә мөмкин. Уның төрҙәре буйынса уҡыусылар ярыштарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Радий Хәбиров Үрге Ҡыйғы икенсе урта дөйөм белем биреү мәктәбендә булды һәм баскетбол командаһы менән осрашты.

2-се мәктәптең ҡыйығын алыштырырға кәрәк.Мәктәптең шулай уҡ фасады,аш бешереү блогы һәм инженер селтәрҙәре төҙөкләндереү талап ителә. Шулай уҡ ихаталағы асфальт ҡатламын яңыртыу ҡаралған.

2000 йылда төҙөлгән белем усағында 500-ҙән ашыу бала уҡый. Мәктәптә былтыр «Мәғариф»милли проекты сиктәрендә «Үҫеш нөктәһе» өҫтәмә белем биреү үҙәге асылған. «Ҡанатлан» республика мәғариф проектына ярашлы стоматология кабинеты эш башлай.

Илгиз Һаҙыев, Ҡыйғы районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе: “Радий Хәбиров төбәкте дүрт йыл дауамыеда лайыҡлы етәкләгән Шамил Мөхәмәтдиновты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне һәм урындағы советҡа яңы башлыҡ менән таныштырҙы. Артабан район башлығы вазифаһын Зөһрә Гордиенко биләй”.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башҡортостан тарихында тәүге тапҡыр район хакимиәтенә ҡатын-ҡыҙ етәксе итеп тәғәйенләнде

БСТ
Новости партнеров
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет