Өфөләге «Урман тыҡрығы» урамын маршрут автобустары менән һәүәҫкәр водителдәр бүлешә алмай.

Өфөләге «Урман тыҡрығы» урамын маршрут автобустары менән һәүәҫкәр водителдәр бүлешә алмай. https://bash.news/news/114573_flge_urman_tyryy_uramyn_marshrut_avtobustary_menn_kr_voditeldr_blesh_almaj/?lang=bash
23 ғин 2020, 23:53

Юл ситендә 21-се дауаханаға килеүселәр автомобилдәрен ҡалдыра. Махсус туҡталҡа юҡ. Ҡыш юл таҙартылмағанлыҡтан, транспортҡа йөрөргә урын тар ҡала. Бигерәк тә «Нефаз» автобустарын йөрөтөүселәргә уңайһыҙ. Маршрут автобусы водителе әйтеүенсә, был участкала авариялар ҙа йыш теркәлә.

Таҡ һәм йоп һандар күрһәтелгән юл билдәһе, бәлки, хәлде көйләргә ярҙам итер ине, тигән фекерҙә маршрут водителдәре. Транспортты юл хәрәкәтенә параллель ҡалдырыу тураһындағы билдәгә иғтибар юҡ. Еңел автомобиль хужалары иһә бер ниндәй ҙә ҡағиҙә боҙоу юҡ тип иҫәпләй.

Артур, автоһәүәҫкәр: “Тиҙлек сәғәтенә 30 саҡырым тип ҡуйылған билдә генә бар. Тимәк, бында машинаны ҡалдырырға ярай. Автомобиль ҡуйырға урын етмәй, ә дауахана янына уҡ үтеү мөмкин түгел”.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Өфөләге «Урман тыҡрығы» урамын маршрут автобустары менән һәүәҫкәр водителдәр бүлешә алмай.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет